12:23 (UTC+5), 15 Августа 2019

Башҡортостан Татарстан башҡорттарына туған телен өйрәнеүҙә ярҙам күрһәтә

Валерий Шахов
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 15 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан Республикаһы Татарстан башҡорттарына башҡорт телен өйрәнеүҙә ярҙам күрһәтә. Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында һәм Туҡай районында йәшәгән алты меңгә яҡын милләттәшебеҙҙе ошо мәсьәлә бик борсой. Кисә Радий Хәбировтың Рәсәй төбәктәренең башҡорт йәмәғәтселеге вәкилдәре менән осрашыуында шул турала һүҙ барҙы.
Татарстан Республикаһының Башҡорт ҡоролтайы рәйесе һәм Түбәнге Кама ҡалаһының «Урал» башҡорт милли-мәҙәни автономияһы рәйесе Ғәли Хәсәнов һүҙҙәренсә, элекке йылдарҙа мәктәптә уҡытыу башҡорт телендә алып барылған, ә һуңынан Йәкшәмбе мәктәбе ҡарамағына тапшырылған. Ләкин хәҙер күп кенә башҡорт ғаиләләре туған телен өйрәнергә теләүе тураһында ғариза менән мөрәжәғәт иткән.
Башҡорт телен өйрәнеүҙе тергеҙеү мәсьәләһе иң мөһимдәренең береһе булып тора. Статистика буйынса, Татарстан Республикаһында 13 726 башҡорт йәшәй, уларҙың күпселеге Яр Саллыла тупланған — 5904 кеше.
Татарстандың Башҡорт ҡоролтайы йәштәр менән эшләүгә ҙур иғтибар бүлә. Татарстан Республикаһының Башҡорт йәштәре ҡоролтайы үҙ проекттарын Татарстан халыҡтарының йәштәр ассамблеяһы составында тормошҡа ашыра. Әлеге ваҡытта йәштәр ойошмаһы 80 башҡортто берләштерә, был эште Ҡазан университетының юридик факультеты студенты Лиана Илекәева алып бара.
«Ойошмала башлыса Татарстанға уҡырға һәм эшкә килгән башҡорт йәштәре. Беҙҙә, Татарстанда, IT өлкәһе ныҡ үҫешкән, шуға күрә йәштәр араһында программистар, шулай уҡ консерваторияларҙа белем алған мәҙәниәт вәкилдәре күп. Студенттар ҡалала юғалмаһын өсөн беҙ уларҙы берләштерәбеҙ. Башҡортса саралар уҙғарабыҙ, туған телебеҙҙә аралашабыҙ, был йәштәр араһында телде нығытыуға булышлыҡ итә», — тип һөйләне Лиана Илекәева «Башинформ» агентлығына.
Татарстан Республикаһының Йәштәр ҡоролтайы етәксеһе осрашыуҙың мәғлүмәтле һәм перспективалы булыуын билдәләне.
«Сара биҡ оҡшай, аныҡ маҡсаттар күренә. Барлыҡ төбәктәрҙең вәкилдәре үҙҙәренең проблемалары менән уртаҡлашты, беҙҙе тыңланы һәм һорауҙарға яуап бирҙе. Өҫтәүенә беҙҙе милли кейемдәр һәм дәреслектәр менән тәьмин итеү өсөн грант алыусылар иҫәбенә индерҙеләр», — тине Лиана Илекәева.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика