06:34 (UTC+5), 14 Август 2019

Республика журналистарын «СМИротворец» Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашырға саҡыралар

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 14 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Милләт-ара һәм этноконфессия мөнәсәбәттәре мәсьәләләрен иң яҡшы яҡтыртыуға арналған XI «СМИротворец» Бөтә Рәсәй киң мәғлүмәт саралары конкурсы ғаризалар ҡабул итә.
Конкурс федераль, төбәк һәм милли-мәҙәни киң мәғлүмәт саралары журналистарының ҡатнашыуына иҫәпләнгән. Телевидение, Радио, Матбуғат, Интернет, Балалар һәм йәштәр киң мәғлүмәт саралары, Туған телдәр номинацияларында федераль-төбәк баҫмалары һәм урындағы (шул иҫәптән этник) баҫмалар өсөн айырым уҙғарыла.
Юғары уҡыу йорттары студенттарының эштәре «Мультимедиа быуыны» махсус номинацияһы сиктәрендә ҡарала. Бөтә материалдар 2018 йылдың 1 авгусынан 2019 йылдың 1 авгусына тиклемге осорҙа донъя күрергә (йәки эфирға сығырға) тейеш.
Еңеүселәр Мәскәүгә семинар-тренингтарға һәм тантаналы сараға саҡырыла, уларға конкурсты ойоштороусыларҙан иҫтәлекле приздар һәм бағыусыларҙан бүләктәр тапшырыла.
Конкурсты Этник-ара журналистика гильдияһы башланғысы һәм булышлығы менән «Дәүләттең милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыу» дәүләт программаһын бойомға ашырыу барышында Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ уҙғара.
Ойоштороу комитеты менән бәйләнеш: телефон +7(495)978-02-89, [u]konkurs@nazaccent.ru.[/u]
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика