06:31 (UTC+5), 09 Августа 2019

Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры үҙенең 100 йыллыҡ юбилейын Опера һәм балет театры сәхнәһендә билдәләй

Ирина Шәмсетдинова
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 9 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры үҙенең бер быуатлыҡ юбилейын 4 декабрҙә Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә билдәләй. Юбилей кисәһе бүләкләүҙәр һәм театрлаштырылған тамаша менән рәсми сара рәүешендә уҙа. Көҙгөһөн Ғафури исемендәге театрҙа капиталь ремонт башланыуға бәйле ике театр ошо хаҡта һөйләшеп килеште. Театрҙа фасад, Ҙур һәм Бәләкәй залдар, тамашасылар фойеһы, яҡтылыҡ һәм тауыш ҡорамалдары, ултырғыстар яңыртыла.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры ижади коллективының дөйөм йыйылышында шул турала һүҙ барҙы. Башҡортостан мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина коллективты яңы етәкселек менән таныштырҙы һәм труппаны сираттағы ижади миҙгелдә эш башлауы менән ҡотланы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, конкурс процедураларынан һуң театрҙың директоры итеп Иршат Фәйзуллин тәғәйенләнде, баш режиссеры — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, «Алтын битлек» лауреаты Айрат Абушахманов.
Яңы миҙгелдә «Ҡыҙ урлау» спектакленең тәүге премьераһы 8 октябргә билдәләнгән. Ул Башҡортостандың халыҡ шағиры, яҙыусы һәм драматург Мостай Кәримдең 100 йыллығына арнала. Спектаклде режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев сәхнәләштерә. Ремонтҡа бәйле спектаклдең премьераһы ла Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының Ҙур залында була.
Ҡадир Даян буйынса Айрат Абушахманов ҡуйған «Гөлбостан» спектакле премьераһының урыны тураһында мәсьәлә әлегә хәл ителә. Уны ноябрҙә әҙерләү күҙаллана.
Яңы йылға театр ике спектакль ҡуйырға йыйына, уларҙың береһе федераль грантҡа дәғүә итә.
Башҡорт академия драма театрының 100-сө миҙгеле 5 сентябрҙә үҙенең сәхнәһендә «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле менән башлана. Был спектакль Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында бик күп фестивалдәрҙә ҡатнаша.
Сентябрҙән ноябргә тиклем Башҡорт драма театры коллективы Ҡаҙағстанда, Санкт-Петербургта, Грозныйҙа, Иркутскиҙа, Ижевскиҙа, Ырымбурҙа, Ульяновскиҙа үҙенең спектаклдәре менән сығыш яһай. Әйтәйек, 15-17 октябрҙә театр Алматыға гастролгә юллана. 26 октябрҙә башҡорт театры Петербург сәхнәһендә спектаклдәренең береһен күрһәтә, 27-28 октябрҙә иһә Санкт-Петербургта Театр олимпиадаһында ҡатнаша.
Киләсәктә театр уҡыусыларҙың мәҙәни ялы өсөн уҡыуҙар, интермедиялар, импровизациялар планлаштыра. Был мәктәптәрҙең биш көнлөккә күсеүенә һәм Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың тематик шәмбеләр ойошторорға ҡушыуына бәйле.
Башҡорт сәхнәһе оҫталары — Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшевтың, Башҡортостандың халыҡ артисы Муллайән Һөйәрғоловтың оло юбилейҙары ла 100-сө миҙгелгә тура килә. Әлегә байрам итеү даталары билдәләнә.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика