06:53 (UTC+5), 08 Августа 2019

«Боронғо Өфө» музейы сувениры Башҡортостандың иң яҡшы туристик сувениры тип танылды

«Боронғо Өфө» музей-ҡурсаулығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 8 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Боронғо Өфө» тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы 6 августа Ҡунаҡһарайҙа уҙған «Башҡортостандың туристик сувениры» республика конкурсында ҡатнашты.
Конкурста Башҡортостандың байтаҡ райондарынан һәм ҡалаларынан ҡатнашыусылар бар ине. Тәҡдим ителгән эштәрҙе «Туристик сувенир» Бөтә Рәсәй фестиваль-конкурсына нигеҙ һалған Геннадий Шаталов етәкселегендәге эскперт комиссияһы баһаланы.
Музей-ҡурсаулыҡтың урта быуаттың уникаль ҡомартҡыһы «Өфө ҡаласығы — II» тураһында мәғлүмәт менән Меркатор фонында кеше башы төшөрөлгән «Хан» сувенир продукцияһы «Музей сувениры» номинацияһында беренсе урынды алды. Артефакттың төп нөсхәһе «Боронғо Өфө» музей-ҡурсаулығы фондтарында һаҡлана, ул VII-VIII быуаттарға ҡарай.
Икенсе урында — М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы продукцияһы, өсөнсөлә – республиканың Хәрби дан музейы сувенирҙары.
Төбәк конкурсы йомғаҡтары буйынса иң яҡшы проекттар октябрҙә Һарытауҙа «Туристик сувенир-2019» Бөтә Рәсәй фестиваль-конкурсы финалында ҡатнаша.
Белешмә. «Туристик сувенир» конкурсы туристик сувенирҙар етештереү һәм һатыу, халыҡ кәсептәрен тергеҙеү һәм үҫтереү, илебеҙҙең туристик сувенир продукцияһы баҙарын үҫтереү өлкәләрендә ҡыҙыҡһынған кешеләргә һәм ойошмаларға тәжрибә алмашыу өсөн мәғлүмәт, аралашыу майҙансыҡтарын булдырыу маҡсатында ойошторолған.
1 из 3
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика