11:34 (UTC+5), 08 Августа 2019

Башҡорт ҡурсаҡ театры яңы автобуста республика буйлап гастролгә сыға

Ҡурсаҡ театрының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 8 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 9 августан Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры республика буйлап гастролгә юллана.
Коллектив «Берҙәм Рәсәй» партияһы булышлығында Нефтекама ҡалаһында, Үрге Йәркәй, Аҡъяр һәм Саҡмағош ауылдарында сығыш яһай. Ошо тораҡ пунктта йәшәүселәргә «Тоғро дуҫтар» (режиссер – Альберт Имаметдинов) һәм «Сыңҡылдаҡ себен» (режиссер – Борис Клюев, Яр Саллы ҡалаһы) спекталдәре күрһәтелә.
Шулай уҡ гастролдәр ваҡытында театр Яңауыл, Бөрө, Сибай ҡалаларында, Талбазы, Ҡырмыҫҡалы һәм Бишбүләк ауылдарында булырға ниәтләй.
«Был автобус «Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты сиктәрендә «Берҙәм Рәсәй» партияһы бүлгән аҡсаға һатып алынған, — тип һөйләне театрҙың әҙәби-драма бүлеге етәксеһе Диана Гәрәева-Рәхмәтуллина. — Партия проектында ҡатнашыу һөҙөмтәһендә театр заманса тауыш һәм яҡтылыҡ ҡорамалы һатып алыуға өлгәште, был ҡурсаҡ театрына күберәк тамашасылар йәлеп итергә һәм спектаклдәрҙе юғары техник кимәлгә сығарырға мөмкинлек бирергә тейеш».
Сентябрь аҙағында гастролдәр Октябрьский ҡалаһында, Салауат, Ҡыйғы, Мәсетле, Дыуан, Балаҡатай, Асҡын, Ҡариҙел райондарында дауам итә.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика