16:36 (UTC+5), 06 Августа 2019

Республикала һигеҙенсе тапҡыр Ҡатай ырыуы йәштәре йыйыны ойошторола

Республика халыҡ ижады үҙәге
Республика халыҡ ижады үҙәге
ӨФӨ, 2019 йыл, 6 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. VIII «Иҙел башы» этнофорумы барышында Ҡыйғы районының Алағуҙ ауылында 17 августа «Ҡатай йәштәре йыйыны» була. Йола буйынса, байрамға Башҡортостан райондарынан һәм ҡалаларынан, Ҡурған, Силәбе, Пермь өлкәләренән һәм башҡа төбәктәрҙән Ҡатай ырыуы вәкилдәре килә. Быйыл сара һигеҙенсе тапҡыр уҙғарыла. Сәғәт 12-лә башлана.
Байрам программаһында «Ҡатай һылыуы», «Ҡатай батыры — таш күтәреү», «Ҡатай көрәше», «Мәргән уҡсы», «Йәш Ҡатай» конкурстарын үткәреү күҙаллана.
«Ҡатай һылыуы» конкурсы 16-23 йәшлек ҡыҙҙар араһында ойошторола. Ошо исемгә дәғүә иткән ҡатнашыусылар үҙҙәре хаҡында һөйләргә, ижади ҡеүәттәрен, милли аш-һыуға оҫталығын күрһәтергә тейеш.
«Ҡатай батыры» бәйгеһендә 16-35 йәшлектәрҙең ҡатнашыу мөмкинлеге бар, көслө заттарҙы 5-тән алып 100 килограмға тиклемге таштарҙы күтәреү ярышы көтә.
«Ҡатай көрәше» конкурсы 16-35 йәшлек ҡатнашыусыларҙы йыя. Һыбайлы ир-егеттәр дәғүәсеһен ат өҫтөнән һөйрәп төшөрөргә тейеш.
«Мәргән уҡсы» конкурсы биш этапта уҙғарыла. Был конкурста ҡатнашыусылар өсөн төп шарт — милли этнокейем.
Программа сиктәрендә 3-7 һәм 7-15 йәшлек балалар өсөн «Йәш Ҡатай» ижади ярышын үткәреү ҡаралған. Байрамда халыҡ оҫталары күргәҙмә-йәрминкәһе, башҡорт эстрадаһы йондоҙҙарының концерты ойошторола, унда МС Баш, Раил Өмөтбаев, Ғайсар Миңлеғолов, Айтуған Ғәйзуллин, «Тархан», танылған ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов ҡатнаша, шулай уҡ йәштәр өсөн дискотека була.
Ҡатнашыуға ғаризалар 14 авгусҡа тиклем gukrcnt@mail.ru электрон адресына ҡабул ителә. Белешмәләр өсөн телефон: 289-62-00. Тулыраҡ мәғлүмәт менән «Ҡатай ырыуы» төркөмөндә танышырға мөмкин.
Ойоштороусылар — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Ҡыйғы районы хакимиәте.
Уҙған йылда ошондай сара Белорет районында уҙҙы. Ул саҡта байрамға Башҡортостандан ғына түгел, ә Магнитогорскиҙан, Пермдән һәм Ҡазандан Ҡатай ырыуы вәкилдәре килде.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика