13:15 (UTC+5), 29 Июля 2019

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры гастролдәр менән Ҡазанда сығыш яһай

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2019 йыл, 29 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.17-19 сентябрҙә Ғабдулла Кәриев исемендәге Ҡазан татар дәүләт йәш тамашасы театрында Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының алмаш гастролдәре үтә. Ғабдулла Кәриев исемендәге йәш тамашасы театры Өфөлә апрелдәгастролдәр менән сығыш яһаны.
Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артистары Ҡазан тамашаһына биш спекталь тәҡдим итә. Улар араһында Башҡортостандың халыҡ шағиры – Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған «Тылсымлы тирмән» һәм «Беҙҙең өйҙөң йәме» спектаклдәре.
Саралар графигы:
17 сентябрҙә сәғәт 10-да һәм 1-ҙә – Мостай Кәримдең «Әтәс тирмәне» пьесаһы буйынса «Тылсымлы тирмән» әкиәте (режиссеры – Мөсәлим Күлбаев, Илгизә Кәримова, Генрих Сапгир сәхнәгә ҡуйған).
17 сентябрҙә 6-сы яртыла – Мөҙәрис Багаевтың «Аҡсаң булһа бер муҡса…» музыкаль комедияһы (режиссеры – Азат Йыһаншин).
18 сентябрҙә сәғәт 10-да һәм 1-ҙә – бөтә ғаилә өсөн Ульрих Хубаның «У ковчега в восемь» спектакле (режиссёры – Мөсәлим Күлбаев).
18 сентябрҙә 6-сы яртыла – Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» һәм «Өс таған» повестары буйынса «Беҙҙең өйҙөң йәме» спектакле (режиссёры – Мөсәлим Күлбаев).
18 сентябрҙә сәғәт 10-да һәм 1-ҙә – Джанни Родариҙың «Чиполлино» спектакле (режиссеры – Рөстәм Хәкимов). Әкиәт сюжеты тамашасыларҙы Чиполлино, Ҡабаҡ, Редис, Сейәкәй һәм башҡа әкиәт геройҙары менән таныштыра.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика