10:20 (UTC+5), 29 Июль 2019

Башҡортостанда Аҡбуҙатҡа һәйкәл ҡуйыла

Башҡортостандың күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 29 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостандың Бөрйән районында «Урал батыр» һәм «Аҡбуҙат» эпостары персонажы Аҡбуҙатҡа һәйкәл ҡуйыу күҙаллана. Суйындан ҡойолған Аҡбуҙат башҡорт халҡының эпик ҡомартҡыларына тәүге һәйкәл булырға тейеш.
Һәйкәлдең урыны – Йылҡысыҡҡан күле янындағы майҙансыҡ.
Ошо көндәрҙә унда район хакимиәте, Кейекбай ауыл Советы, райондың архитектура идаралығы, Башҡортостандың күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге вәкилдәре ҡатнашлығында эш кәңәшмәһе уҙҙы.
Ғилми-етештереү үҙәге иғлан иткән Аҡбуҙат һәйкәленең иң яҡшы проектына конкурс йомғаҡтары буйынса, билдәле башҡорт скульпторы Өлфәт Ҡобағошовтың эскизы һайлап алынған. Ижадсы мифик атты эпостарҙағы кеүек һүрәтләүгә ирешкән.
Июнь башында Аҡбуҙаттың гипстан яһалған моделе ҡойоу өсөн Ҡаслы архитектура-художество ҡойоу заводына ебәрелгән. Һәйкәлдең бейеклеге – 5 метр, ә аттыҡы 3,5 метр тәшкил итә.
Һәйкәлде рәсми асыу тантанаһы быйыл август айына билдәләнгән.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика