12:15 (UTC+5), 29 Июль 2019

«Башҡортостан» киностудияһы республика халыҡтары әкиәттәре буйынса йәнһүрәттәр әҙерләй

«Башҡортостан» киностудияһы
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2019 йыл, 29 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.«Башҡортостан» киностудияһы башҡорт телендә йәнһүрәттәр әҙерләй. Һүрәт анимацияһы техникаһында өс-дүрт минутлыҡ биш фильм күңел асыу контентынан тыш, белем биреү йүнәлешендә лә төшөрөләсәк. Йәнһүрәттәр күңелле генә түгел, файҙалы ла буласаҡ.
«Әле эште яңы башлап ебәрҙек – әкиәттәр һайлайбыҙ, сценарийҙар яҙабыҙ, рәссамдар персонаждар уйлап сығара, эскиздар төшөрә. Һәр фильм төрлө жанрҙа һәм төрлө художество стилендә башҡарыласаҡ. Халыҡ көйө ҡулланыласаҡ», — тип һөйләне режиссер Рим Шәрәфетдинов.
Картина өҫтөндә республиканың бер нисә йәнһүрәтсеһе эшләй. Проект дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса 2,2 миллион һум күләмендә Башҡортостан башлығы грантын алды. Проект менән 2019 йылдың декабрендә таныштырыу күҙаллана.
Башҡортостан Республикаһы башлығы гранты ярҙамында 2019 йылда заманса тел ресурстары, аудиокитаптар, йәнһүрәттәр барлыҡҡа киләсәк, балалар өсөн донъя әҙәбиәте классиктарының тәржемәләре башҡорт телендә нәшер ителәсәк, фестивалдәр, байрамдар һәм мәҙәни-мәғәриф акциялар уҙғарыласаҡ. Грант ярҙамының дөйөм суммаһы – 72 миллион һумдан ашыу.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика