02:03 (UTC+5), 26 Июля 2019

Башҡортостанда башҡорт телен үҙаллы өйрәнеү өсөн веб-ресурс булдырыла

автор
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2019 йыл, 26 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.Башҡортостанда башҡорт телен үҙаллы өйрәнеү өсөн веб-ресурс булдырыла. «Интерактив башҡорт теле» проекты дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса 2,9 миллион һум күләмендә Башҡортостан башлығы грантын алды.
Веб-ресурс өҫтөндә Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты командаһы эшләй. Проект сиктәрендә башҡорт телен үҙаллы өйрәнеү һәм һөйләү телмәрен үҫтереү өсөн медиа-контент булдырыла. Веб-ресурс контентын башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеү буйынса өҫтәмә белем биреү программаһы итеп ҡулланырға мөмкин.
Проект сайтында интерактив онлайн-дәрестәр, видеороликтар, һүҙлектәр урынлаштырыласаҡ. 34 тематик дәрес уҙғарыу өсөн материалдарҙа – сәләмләү, һөйләшеү этикеты һүҙҙәре, үҙаллы күнекмә өсөн күнегеүҙәр.
Проект кисә гранттар буйынса эксперт советы ултырышында ҡаралды. Башҡортостан башлығының ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы етәксеһе Азат Баҙранов веб-ресурстың мобиль версияһын булдырыу кәрәклеген билдәләне. Мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина сайттың интерфейсын эшләп бөтөрөргә, уның дизайнын заманса итергә кәңәш бирҙе.
Веб-ресурсты традицион август кәңәшмәһендә күрһәтеү һәм 2019 йылдың көҙөндә һынап ҡарау күҙаллана.
Башҡортостан Республикаһы башлығы гранты ярҙамында 2019 йылда заманса тел ресурстары, аудиокитаптар, йәнһүрәттәр барлыҡҡа киләсәк, балалар өсөн донъя әҙәбиәте классиктарының тәржемәләре башҡорт телендә нәшер ителәсәк, фестивалдәр, байрамдар һәм мәҙәни-мәғәриф акциялар уҙғарыласаҡ.
Грант ярҙамының дөйөм суммаһы – 72 миллион һумдан ашыу.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика