05:32 (UTC+5), 24 Июля 2019

«Беренсе республика» тарихи фильмын 40 меңгә яҡын кеше ҡараған

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 24 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.Булат Йосоповтың «Беренсе республика» тарихи нәфис фильмын 40 меңгә яҡын тамашасы ҡараған. Прокаттың тәүге этабы 2019 йылдың 16 мартынан 21 июленә тиклем уҙған.
Фильмды республиканың 54 районында, 16 кинотеатрында, 182 тораҡ пунктта, Башҡортостанда, Татарстанда, Сыуашстанда, Силәбе, Ырымбур, Владимир, Пенза, Һарытау өлкәләрендә күрһәткәндәр. Мәскәү, Санкт-Петербург, Лос-Анджелес тамашасылары ла юғары баһалаған. Прокат мәлендә ике меңдән ашыу видео һәм яҙма яуап килгән, 55 социаль күрһәтеү ойошторолған.
«Беренсе республика» Мәскәүҙә һәм Чебоксарҙа үткән кино фестивалдәрендә ҡатнашты һәм «Иң яҡшы сценарий» (Таңсулпан Бабичева, Гөлсәсәк Саламатова), «Ҡуйыусы рәссамдың иң яҡшы эше» (Рөстәм Баймөхәмәтов) номинацияларында, FESTPRO Мәскәү халыҡ-ара кино фестивале номинацияларында еңеү яуланы.
«Беренсе республика» фильмын күрһәтеү август айында дауам итәсәк, беҙ сюрприз әҙерләйбеҙ, яңылыҡтарҙы ҡарап барығыҙ», — тип хәбәр итә «Тере таҫма» кино компанияһы.
«Беренсе республика» тарихи нәфис фильмы Башҡортостандың барлыҡҡа киләүенә 100 йыл тулыуға арналған. Билдәле башҡорт режиссеры Булат Йосоповтың картинаһы халҡыбыҙҙың һөнәри сәнғәт, әҙәбиәт, драма һәм музыка театры башланғысында торған шәхестәрҙең аяныслы яҙмышы тураһында һөйләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика