Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
-0.88
92.22
-1.03
67.96
+2.11
22+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
24 Июль 2019, 08:58
Башҡортостандан йәш музыкант «Таврида» форумы грантын отҡан
ӨФӨ, 2019 йыл, 24 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.Өфөнән 28 йәшлек музыкант Наил Тимербаев «Таврида 5.0» йәш мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре форумында 100 мең һум күләмендә грант отҡан. Башҡорт дәүләт педагогия университетының элекке студенты «#ЭтноПлатформа» проектын тәҡдим иткән.
«Рәсәй – күп милләтле ил. Беҙҙә 180-дән ашыу милләт йәшәй. Әммә күп кенә халыҡтар үҙҙәренең милли үҙенсәлеген юғалта башлау проблемаһы бар. «ЭтноПлатформа» - ул Рәсәй халыҡтарының этно-ҡоралдарын популярлаштырыу маҡсатында бер командала эшләйәсәк йәш һәләтле музыканттар өсөн платформа», — тип аңлатты Наил.
«Таврида»ның 10-сы сменаһы еңеүсеһе үҙе башҡортса текст менән бейеү көйҙәрен яҙа.
Конкурста бөтәһе 68 проект тәҡдим ителә – уларҙың 23-ө еңеүселәр исемлегенә инә.
Билдәләп үтергә кәрәк, Башҡортостандың тағы ла бер вәкиле Валерия Бикмурзина Иосиф Кобзон исемендәге «Ҡыҙыл ҡәнәфер» милли патриотик йыр фестиваль-конкурсына һайлауҙа үтте.
Быға тиклем «Башинформ» агентлығы Ҡырым форумында «Мәҙәни медиаағым»дың өсөнсө сменаһында Башҡортостанда йәшәүсе Наҙгөл Ғәлиева 300 мең һум күләмендәге грантҡа эйә булды тип
хәбәр иткәйне
.
http://www.bashinform.ru/news/1333409-molodoy-muzykant-iz-bashkirii-vyigral-grant-foruma-tavrida/
Автор:
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги:
тавриа
грант
Читайте нас: