04:31 (UTC+5), 23 Июля 2019

Башҡортостан вәкилдәре Владимир һабантуйында тәүгә сығыш яһаны

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 23 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы», Ләйлә Аралбаева/.
Владимирҙағы һабантуйҙа республика вәкилдәре беренсегә сығыш яһаны. Башҡортостандан «Сәйетбаба» ансамбле һәм Мәскәү башҡорттары ҡоролтайынан «Сәсән» коллективы байрамды биҙәне.
«Һабантуйҙа башҡорттар беренсегә күрһәтелде – был тарихи ваҡиға булып тора. Владимир ерендә ҡурай моңо яңғыраны, башҡорт бейеүҙәре, йырҙар башҡарылды, — тип хәбәр итте Владимир өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Лиана Әхмәтшина. — Өлкәлә йәшәгән башҡорттар һабантуйға күпләп килде, барыһы ла рәхмәт һүҙен йәлләмәне, күҙ йәштәрен тыйманы. Байрам һуңында беҙҙең ойошма башҡорттар менән тулыланды».
Аҙаҡтан ул һабантуйҙы үткәрергә ярҙам иткән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына һәм БР мәҙәниәт министрлығына, Мәскәү башҡорттары ҡоролтайына, Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йортона, «Сәйетбаба» тарихи-мәҙәниәт үҙәгенә рәхмәт белдерҙе.
Лиана Әхмәтшина Владимир ҡалаһына 2017 йылда ғаиләһе менән күсеп барған. Быйыл март айында улар Владимир өлкәһе башҡорттары ҡоролтайын ойошторған. Һуңғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәһе буйынса бында 750 милләттәш йәшәй, ҡоролтай сафында 100-гә яҡын ағза һанала.
«Беҙ артабан да бында йәшәгән башҡорттарҙы эҙләйбеҙ һәм һәммәһенә лә шатбыҙ. 18 майҙа башҡортса диктант яҙыуҙа ҡатнаштыҡ, сәй табыны артында осрашабыҙ, бер-беребеҙгә ҡунаҡҡа йөрөйбөҙ, — тине Лиана Әхмәтшина. — Владимир ерендә артабан да халҡыбыҙ өсөн әһәмиәтле һәм урындағы башҡорттарҙы берләштергән саралар үткәрәсәкбеҙ».
http://www.bashinform.ru/news/1332974-na-sabantue-vo-vladimire-vpervye-vystupili-predstaviteli-bashkortostana/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика