09:13 (UTC+5), 17 Июль 2019

Өфөнөң «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле Болгарияла халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнашасаҡ

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 17 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
«Мираҫ» халыҡ-ара проекттарҙа күп тапҡыр ҡатнашҡан һәм Рәсәй менән Башҡортостан данын күп тапҡыр яҡлаған. «Велико Тырново» ХХII Халыҡ-ара фольклор фестивалендә һәм «Варна» ХХVIII Халыҡ-ара фольклор фестивалендә ижади коллектив иң сағыу номерҙары менән сығыш яһарға әҙерләнә.
Шулай итеп «Мираҫ» тамашасыларға башҡорт һәм рус мәҙәниәтен тәҡдим итәсәк, ансамблдең оркестры халыҡ инструменттарының күп төрлөлөгөн күрһәтәсәк. Артистар ике сараның да төп шартын үтәп – фонограммаһыҙ музыка башҡарып сығыш яһаясаҡ.
Белешмә
«Велико Тырново» ХХII Халыҡ-ара фольклор фестивале — 1998 йылдан бирле боронғо баш ҡаланың мәҙәни тормошонда оло сара булып тора. Үҙенең башланғанынан бирле фестивалде CIOFF Халыҡ-ара традицион сәнғәт һәм фольклор фестивалдәре ойошмаларының халыҡ-ара советы үткәрә.
Велико-Тырново Болгарияның боронғо баш ҡалаһы булып тора. Унда йыл һайын донъяның иң яҡшы музыкаль һәм бейеү фольклор ансамблдәре йыйыла һәм оло фольклор фиестаһында ҡатнаша. Быйыл унда Аргентина, Египет, Көньяҡ Африка, Ҡытай, Колумбия, Панама, Рәсәй һәм Болгария артистары йыйыласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика