11:04 (UTC+5), 17 Июля 2019

Асҡар Абдразаковты Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнеләр

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2019 йыл, 17 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.Башҡортостандың халыҡ артисы, Мариин театры солисы, Башҡорт опера һәм балет театрының саҡырылған солисы Асҡар Абдразаҡовты Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнеләр. Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров артистың илле йәше тулған көндө ҡул ҡуйған указда әйтелгәнсә, орден юғары һөнәри оҫталығы һәм мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн тапшырылды.
Асҡар Абдразаҡов – күренекле опера йырсыһы, Өфөлә режиссер Әмир Абдразаҡовтың ғаиләһендә тыуған. Өфө сәнғәт институтын (профессор Миләүшә Мортазинаның класы) тамамлаған, Мәскәү дәүләт консерваторияһында Ирина Архипова класында уҡыған. Халыҡ-ара музыкаль конкурстар еңеүсеһе һәм лауреаты, «XX быуаттың һуңғы ун йыллығында башҡарыу сәнғәтендәге ҙур уңыштары өсөн» Ирина Архипова фондының алтын миҙалына һәм премияһына эйә.
2019 йылдың мартында Асҡар Башҡортостан Республикаһы башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусының мәҙәниәт һәм сәнғәт һорауҙары буйынса кәңәшсеһе итеп тәғәйенләнде. Быйыл Асҡар Абдразаҡов республиканың һәләтле балалары менән эшләү өсөн платформа булдырыу инициаторы булып сығыш яһаны.
Салауат Юлаев ордены 1998 йылда булдырылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика