05:21 (UTC+5), 15 Июля 2019

«Ҡош юлы-2019» бард фестивале еңеүселәре билдәле булды

bash.rbsmi.ru
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2019 йыл, 15 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.13 июлдә Ишембай районының Аҙнай ауылы эргәһендә «Ҡош юлы-2019» башҡорт бард йыры фестивале уҙҙы. «Башҡортостан» баҫмаһы мәғлүмәттәре буйынса, шиғриәт бәйгеһендә Айһылыу Дауытова гран-при яуланы. Бынан тыш, гитарала уйнап йырлаусылар бәйгеһендә төп бүләк Нәғим Шәриповҡа тейҙе.
Айһылыу әйтеүенсә, был еңеү уның өсөн көтөлмәгән яңылыҡ булды. Нәғим иһә үҙенең уңыш яуларына шикләнмәгән.
Фестиваль программаһына, ижади бәйгеләрҙән тыш, волейбол, футбол кеүек спорт ярыштары, шулай уҡ тимбилдинг, түңәрәк өҫтәл инде. Таланттар байрамы «Беҙ бергә» төркөмөнөң концерты менән тамамланды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика