11:04 (UTC+5), 10 Июля 2019

Өфө эргәһендә яңы туристик объект – солоҡ умарталығы эшләй башланы

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2019 йыл, 10 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.Өфөнән 50 саҡрымда, Иглин районының Иван-Казанка ауылында яңы туристик объект – солок умарталығы барлыҡҡа килде. Уны Өфөлә йәшәүсе Фәнис Хәлилов асты.
Фәнис үҙе Ҡыйғы районынан, Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлаған, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Умарталыҡты биш йыл элек аса – уға ауылдағы урман эргәһендә ҙур утрауы булған күл буйы оҡшап төшә. Әле умарталыҡта Фәнис үҙе эшләгән иллегә яҡын солоҡ бар. Хужа уларҙың иҫәбен өс йөҙгә еткерергә күҙаллай. Умарталыҡта ысын солоҡ балын етештерәләр – бал ҡорттары уны 320 самаһы баллы сәскәнән эшләй. Бындай балда 120 микроэлемент бар. Солоҡта йәшәүсе бал ҡорттарын антибиотиктар менән дауаламайҙар. Балды йылына бер тапҡыр, август аҙағында – сентябрь башында алалар. Балды ағыҙмайҙар, ә һитә киҫәктәре менән бергә болғайҙар ғына. Ошондай бал бик файҙалы тип иҫәпләнә. Бер солоҡтан 40-50 килограмм бал алалар. Файҙалы аҙыҡтың килограмы 3 мең һум тора.
Хәҙер умарталыҡ туристарҙы ҡабул итә. Улар өсөн Фәнис Хәлилов экскурсия уҙғара, бал ҡорттары тураһында бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бирә. Ҡунаҡтар күлдә һыу инә һәм балыҡ тота, уҡ ата, утрауҙа эшләнгән асыҡ һауалағы ашханала ашана, милли ризыҡтарҙан һәм эсемлектәрҙән – буҙанан, ҡымыҙҙан, балдан ауыҙ итә ала. Умартасыға ҡунаҡҡа «Берҙәмлек» фестивале делегаттары килде, улар өсөн ысын башҡорт байрамы һәм хатта башҡорт бейеүҙәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.
Уҙған ял көндәрендә умарталыҡта «Сәләмәт быуын. Башкортостан-Алтай. БАЛ» автоуҙышы ҡатнашыусылары булды. Автоуҙыш ваҡытында төрлө төбәктәрҙәге умартасылыҡ традициялары өйрәнеләсәк.
1 из 17
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика