11:53 (UTC+5), 04 Июля 2019

Асҡар Абдразаҡов һәләтле балаларға ярҙам итеү буйынса яңы проект башлай

«Башҡортостан» дәүләт концерт залы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2019 йыл, 4 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.«Башҡортостан» дәүләт концерт залында республиканың һәләтле балалары менән эшләү өсөн платформа ойошторола. Башҡортостан Башлығының мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса кәңәшсеһе, республиканың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов проект инициаторы булып сығыш яһай.
«Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер ата-әсәләрҙең дә балаларының профессиональ музыкант булыу ниәтенә ярҙам итеү, мәҫәлән, яҡшы музыка ҡоралы һатып алыу мөмкинлеге юҡ. Был осраҡта, һис шикһеҙ, дәүләт яғынан ярҙам кәрәк. Һәләтте үҫтереү мотлаҡ», — тип Асҡар Абдразаҡов «Башинформ» агентлығына яңы проектына аңлатма бирҙе.
«Башҡортостан» дәүләт концерт залы директоры Вилдан Яруллин билдәләүенсә, республиканың баш ҡалаһындағы төп сәхнәләрҙең береһендә һәләтле балаларға даими шөғөлләнеү һәм үҫешеү өсөн бөтә кәрәкле шарттар булдырылған.
«Ижади түңәрәктәребеҙҙә ике мең самаһы бала белем ала, уларҙың күбеһе ҙур фестивалдәр һәм конкурстар призерҙары. Беҙҙең балаларға ижади тәрбиә биреү тәжрибәһе бар һәм ошо тәжрибәне тулыһынса ҡулланырға кәрәк» — тип айырып әйтте дәүләт концерт залы директоры.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика