

«Башҡорт теле, ысынлап та, яҡлауға мохтаж, ләкин тәү сиратта битарафлыҡтан, алдан күрә белмәүлектән, эшләй белмәүҙән, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан етәксеһе. — Бөгөн күп кенә балалар һәм өлкәндәр ҙур теләк менән башҡорт телен өйрәнергә әҙер. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезында уларға ошо йәһәттән нисек ярҙам итеү тураһында һөйләштек. Башҡорт телен кәрәкле, модалы итергә кәрәк. Тиҙҙән иҫке, күңелһеҙ методикаларға алмашҡа интерактив формалар, электрон дәреслектәр, коммуникатив технологиялар килер, уҡытыусыларҙы әҙерләү системаһы ла элеккеһенән айырылып торор. Беҙ ошо йүнәлештәр буйынса системалы эш алып барабыҙ. Башҡорт теле фондын булдырҙыҡ, гранттар тапшырабыҙ, башҡорт теленән диктант үткәрәбеҙ. Башҡорт әҙәбиәтенә, театрына, кинематографына, киң мәғлүмәт сараларына әүҙемерәк ярҙам күрһәтербеҙ, телде өйрәнергә теләгәндәр өсөн курстар асырбыҙ. Туған телебеҙҙе һәм мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлайыҡ. Быны беҙҙән башҡа бер кем дә эшләмәҫ!».
«Башҡорттарҙы «башҡортҡа» һәм «башҡорт булмаған»ға бүлеү бөтөнләй дөрөҫ түгел. Кемдер телде тейешле кимәлдә белмәһә йәки ниндәйҙер диалектта һөйләшһә, ҡайһы бер «тел белгестәре» уға «сит кеше» тип ҡарай башлай. Диалекттары әҙәби башҡорт теленә инмәгәндәрҙе айырып ҡарауҙан туҡтарға кәрәк. Уларҙың башҡорт филологияһы факультетын тамамлағандарға ҡарағанда нығыраҡ башҡорт рухлы булыуҙары мөмкин. Әгәр ул башҡортса һөйләшмәй, ләкин үҙен ошо бөйөк халыҡтың бер өлөшө итеп тоя, шуның менән ғорурлана икән, ул башҡорт. Мин дә оҙаҡ ваҡыт кеше алдында башҡортса һөйләшмәнем, сөнки әҙәби телде белгәндәрҙең ҡырын ҡарашынан ҡурҡа инем. Ләкин коллегаларым, дуҫтарым менән рәхәтләнеп туған телемдә аралашам. Һәләтемде мөмкин булғанса үҫтерәсәкмен».
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.