04:04 (UTC+5), 21 Июня 2019

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Ғафаров үҙенең бенефисын үткәрә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 21 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Ғафаров үҙенең 45 йәшенә арналған бенефисын үткәрә. 21 июндә театр сәнғәтен һөйөүселәрҙе киске сәғәт 7-гә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрына юбилей концертына саҡыралар. Театрҙан хәбәр итеүҙәренсә, билеттар һатылып бөткән.
«Кисәне еңел, күңелле жанрҙа ойошторабыҙ, — тип вәғәҙәләне Азамат Ғафаров театр матбуғат конференцияһында. — Тәүге бүлек театрлаштырылған тамаша була, уға Азат Йыһаншин, Алмас Әмиров ҡатнашлығындағы номерҙар индерелә, ә икенсе бүлек — концерт. Дуҫтарым, коллегаларым ҡотларға килә».
Сәхнәгә юбилярҙың атаһы — Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татартсандың халыҡ артисы Фидан Ғафаров, артистың хәләл ефете — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Алһыу Ғафарова-Ғәлина сыға, эстрада йондоҙҙары Айҙар Ғәлимов һәм Zainetdin проекты сығыш яһай.
Кисә барышында Ғафаровтар дуэты башҡарыуында яңы йырҙарҙың премьераһы була.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика