06:45 (UTC+5), 20 Июня 2019

Башҡортостанда виртуоз ҡумыҙсы Роберт Заһретдиновҡа мемориаль таҡтаташ асылды

Мәсетле районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 20 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда танылған виртуоз ҡумыҙсы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Роберт Заһретдиновҡа мемориаль таҡтаташ асылды.
Асыу тантанаһы ошо көндәрҙә музыканттың тыуған яғында — Мәсетле районының Әжекәй ауылында башланған «Әй ауазы» халыҡ-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсы барышында уҙҙы. Мемориаль таҡтаташты асыу хоҡуғы район башлығы Әнис Әсәҙуллин һәм ҡумыҙсының ҡыҙы Айһылыу Заһретдиноваға бирелде.
Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин күренекле музыкант тураһында ғорурлыҡ менән һөйләне, уны тыуған еренең ысын патриоты тип атаны. Районда «Әй ауазы» халыҡ-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсы уҙғарыла. Айһылыу Заһретдинова ойоштороусыларға рәхмәт белдерҙе һәм атаһы тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты.
«Мемориаль таҡтаташ урыны итеп мәктәп осраҡлы һайланмаған. Йәштәр ошондай күренекле музыкант һәм педагог Роберт Заһретдинов кеүек уникаль кеше хаҡында белергә тейеш. Таҡтаташ ҡурай һәм ҡумыҙ моңо аҫтында асылды», — тип һөйләнеләр район хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә.
Сарала Роберт Абдрахман улының уҡыусылары: Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Төбәк-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсы Гран-прийына лайыҡ булған Илһам Байбулдин, Ҡурайсылар берекмәһе рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Төбәк-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсы Гран-прийын яулаған Артур Ғайсаров, Алтай Республикаһының атҡаҙанған артисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, ЮНЕСКО-ның махсус премияһы эйәһе Болот Байрышев, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы» халыҡ-ара конкурсы лауреаты, жюри рәйесе Миңлеғәфүр Зәйнетдинов сығыш яһаны.
Улар Роберт Заһретдиновтың күренекле, шул уҡ ваҡытта бик ябай кеше булғанын билдәләне. Ул ҡурай, ҡумыҙ һәм думбыра кеүек музыка ҡоралдарын донъя кимәленә сығарҙы.
Роберт Заһретдинов үҙе иҫән сағында Мәсетле районында ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсы биш тапҡыр үткәрелде, ә 2017 йылда иҫәп буйынса алтынсыһы уның иҫтәлегенә арналды.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика