05:44 (UTC+5), 17 Июнь 2019

Салауат ерендә батырҙың тыуған көнөндә ҙур байрам ойошторолдо

Ринат Рамазанов
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 17 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Салауат Юлаевтың тыуған яғында, Салауат районында, батырҙы иҫкә алыу сараһы уҙҙы. Яндырылған Тәкәй ауылы урынында ҡуйылған тарихи һәйкәл — таш тирмә янында ойошторолған сараға уҡыусылар һәм тирә-яҡ ауылдарҙа йәшәүселәр килде. Балалар өлкәндәр менән бергә батырға арналған шиғырҙар һөйләне, йырҙар башҡарҙы. «Арғымаҡ» этно-рок төркөмөнөң сығышы барыһының да күңеленә хуш килде.
«Арғымаҡ» төркөмө йырсыһы Ринат Рамазанов «Башинформ» агентлығына 2018 йылда «Беҙ — Салауат вариҫтары» йәмәғәт ойошмаһы Башҡорт йәштәре ҡоролтайы менән берлектә Салауаттың янып юҡҡа сыҡҡан тыуған ауылы урынында иҫтәлекле таш ҡуйыуҙары тураһында һөйләне.
Уның һүҙҙәренсә, хәҙер ошо урын — Рәсәйҙең Эске туристик маршруттар реестры иҫәбендә. «Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты менән бергә «йәшел маршрут» төҙөнөк. Киләсәктә таш тирмәнең иң әһәмиәтле тарихи һәйкәлдәрҙең береһенә әүерелеүе һәм төбәктә туризмды үҫтереү өсөн этәргес булыуы мөмкин. Республика халҡының милли батырыбыҙға ҡыҙыҡһыныуы артабан да артыр һәм бында ошондай сараларҙың киңерәк ҡолас алырына ышанам», — тине музыкант.
1 из 9
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика