Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
16+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Июнь 2019, 12:01

Яҡташыбыҙ Наҙгөл Отузова «Бөтә тауышҡа» федераль шоуында еңеү яуланы

RU.TV
RU.TV
ӨФӨ, 2019 йыл, 14 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Наҙгөл Отузова «Бөтә тауышҡа» телевизион проектының абсолют еңеүсеһе булды. Конкурстың финалы Мәскәүҙә уҙҙы, тип хәбәр иттеләр республика Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Янғантауҙан йәш йырсы ун финалсы иҫәбенә инде. «Фәрештәләр» тигән йырҙы башҡарып, беренсе урынға сыҡты һәм Рәсәй исеменән сығыш яһаған команда составында «Бөтә тауышҡа» халыҡ-ара музыкаль телевизион конкурсында ҡатнашыуға юллама алды.
«Был конкурс үҙенең дуҫтарса мөхите һәм һөнәрилеге менән бик оҡшаны. Жюри, балалар һәм бөтә команда теләһә ниндәй минутта һиңә ярҙам килергә әҙер ине. Мин ошондай проектта ҡатнашыуым менән бәхетлемен», – тине Наҙгөл.
Конкурстың финалы RU.TV телеканалы эфирында уҙҙы. Конкурсанттарҙы тыңлауҙа һәм еңеүсене һайлап алыуҙа профессиональ жюри эшләне, уның составына йырсы һәм алып барыусы Родион Газманов, йырсы Альбина Джанабаева, RU.TV телеканалының генераль продюсеры Михаил Богомолов һәм «Бөтә тауышҡа» конкурсының генераль продюсеры Лина Арифуллина инде. Һайлап алыу туры Мәскәүҙең Милли сәйәсәт һәм төбәк-ара бәйләнештәр департаменты булышлығында Рәсәйҙең 85 төбәгендә үтте. «Бөтә тауышҡа» проекты ҡатнашыусылары конкурста үҙҙәре йәшәгән төбәктең мәҙәниәте менән таныштырҙы, рус һәм милли телдәрҙә заманса йырҙар башҡарҙы.
«Бөтә тауышҡа» конкурсының финалы тулҡынландырғыс булды, ҡатнашыусылар дуҫлашып, бер-береһен хуплап торһа ла, һөҙөмтәләрҙе иғлан итеү яҡынлашҡан һайын хәл киҫкенләште», — тине проектты ойоштороусылар.
Наҙгөл Отузова — «Тауыш.Балалар» федераль проектында ҡатнашыусы, бик күп йыр конкурстары еңеүсеһе. Бөгөн, 14 июндә, федераль шоу еңеүсеһе Наҙгөл «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивалендә сығыш яһай.
Читайте нас: