Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.26
-0.33
99.71
-0.56
86.97
-0.03
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Июнь 2019, 10:51

Өфөлә Халыҡ-ара милли кейем парады уҙған йылғы рекордты уҙып китте

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2019 йыл, 13 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Халыҡ-ара милли кейем парады үтте. Рәсәй көнөндә, Ҡала көнөндә һәм Салауат Юлаевтың тыуған көнөндә Башҡортостандың баш ҡалаһында ҙур парад «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивален асты.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2018 йылдың 9 июнендә милли кейем кейгән кешеләр иң ҙур әйлән-бәйлән яһап, рекорд ҡуйҙы. Рекордтың рәсми һаны — 1192. Быйыл парадҡа килеүселәр күберәк булды. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, теркәлгән коллективтар ғына 2700 тирәһе ине, аҙаҡтан уларға милли кейемдәге бик күп өфөләр ҡушылды.
Милли кейем байрамында ҡатнашыусылар колоннаһы Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрынан Зәки Вәлиди урамы буйлап Өфө амфитеатрына, «Ватан» этно-паркына табан йүнәлде. Өфөгә республика район-ҡалаларынан тыш, Мәскәүҙән, Ырымбур өлкәһенән, Пермь крайынан, Ханты-Манси автономиялы округынан коллективтар килде. Фестиваль сәхнәһе алдында күмәк кеше ҡатнашлығында әйлән-бәйлән ойошторолдо.
Быйыл милли кейем парады тәүгә халыҡ-ара статуста уҙҙы. Рустар, башҡорттар, татарҙар, немецтар, сыуаштар, латыштар, украиндар, мордвалар, керәшендәр, удмурттар, мариҙар, казактар, белорустар, һиндтар, ғәрәптәр, тажиктар һәм башҡа милләт вәкилдәре сағыу колонна булып үтте. Уларға Конго, Колумбия, Вьетнам, Ҡытай, Төркиә, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан һәм башҡа ил халыҡтары костюмын кейгән студенттар ҡушылды. Уларҙың күбеһе — «Берҙәмлек» халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивале ҡатнашыусылары.
Парадтың иң кесе ҡатнашыусыһы Эльдан Залаловҡа — йәш тә ете ай, иң өлкәне Салауат Рәсүлев 80 йәшен билдәләй.
Киске сәғәт 7-лә Санкт-Петербургтың «Ингервала» төркөмө һәм Надежда Бабкина етәкселегендәге «Рәсәй йырҙары» фестиваль-марафоны ҡатнашыусылары сығыш яһаны. Башҡортостанды «Рәсәй йырҙары» фестивалендә «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө, «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле күрһәтте, Өфөлә ҡатнашыусыларға Zainetdin проекты ла ҡушылды. Программаның икенсе өлөшөндә «Би-2» төркөмө сыҡты, уның сығышы байрам фейерверкы менән тамамланды.
Өфө амфитеатрында «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале 15 июндә тамамлана.
Читайте нас: