16:03 (UTC+5), 11 Июня 2019

Башҡортостанда Ғаилә байрамы республикала һәм күрше төбәктәрҙә йәшәүселәрҙе бергә йыйҙы

ӨФӨ, 2019 йыл, 11 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостандың Миәкә районы Нарыҫтау итәгендә изге Рамаҙан айы тамамланыуға арналған Ғаилә байрамы ойошторолдо. Бер көндә сараға тотош республиканан, Рәсәй төбәктәренән һәм башҡорттар күпләп йәшәгән урындарҙан — Һамар, Һарытау, Ырымбур, Силәбе, Ҡурған, Свердловск, Силәбе өлкәләренән, Пермь крайынан 6-7 мең кеше йыйылды.
Диндарҙар намаҙ, Ҡөрьән уҡыны, Рәсәй һәм Башҡортостан халыҡтары сәскә атһын өсөн доға ҡылды. Ҡунаҡтар өсөн Ҡорбан ашы әҙерләнде. Балалар өсөн аттракциондар һәм аниматорҙар эшләне. Башҡорт стилендәге фотозоналар һәм уҡтан атыу, селтәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.
Сараны ойоштороуҙа танылған мәҙәниәт эшмәкәрҙәре һәм ғалимдар ҡатнашты. Тарих фәндәре кандидаты, «Шәжәрә» тарихи мираҫты өйрәнеү үҙәге директоры Салауат Хәмиҙуллин ошо урындың тарихын һәм әһәмиәтен һөйләне. Яҙыусы һәм журналист, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Лариса Абдуллина күренекле батырҙарыбыҙға һәм ата-бабаларыбыҙға арналған шиғырҙарын уҡыны. Башҡортостандың халыҡ артисы Роберт Юлдашев һәм «Ҡурайсы» төркөмө, сәсәниә Ғәлиә Мортазина, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты Айгиз Ханов, Минзәлә Яхина, «Йатаған» этно-төркөмө, «Гүзәл данс» бейеү студияһы һәм Nomad Universe халыҡ-ара конкурсында Гран-при яулаған «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө сығыш яһаны.
«Беҙ ошондай саралар бик кәрәк тип иҫәпләйбеҙ. Был — айырылышыуҙарҙы, аборттарҙы һәм башҡа социаль сараларҙы иҫкәртеү ул. Ата-бабаларыбыҙ мәҙәниәтендә һәм аңында балалар йорто тигән төшөнсә булмаған, киреһенсә, 5-10 һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгәндәр. Әлеге саралар ғаилә ҡиммәттәрен тергеҙеү, берҙәйлекте, мәҙәниәтте, телде, ышанысты һәм традицияларҙы тергеҙеү тип иҫәпләйбеҙ», — тине башҡорт йәштәре ҡоролтайы рәйесе, «Арғымаҡ» төркөмө солисы һәм байрамды ойоштороусыларҙың береһе Ринат Рамазанов.
1 из 17
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика