11:35 (UTC+5), 10 Июня 2019

Канада башҡорттары тәүге тапҡыр Taste of Russia фестивалендә ҡатнашты

Илдар Сәмерханов
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 10 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Канаданың Торонто ҡалаһында йолаға әүерелгән Taste of Russia-2019 («Рәсәй тәме») фестивале уҙҙы. Сара дүртенсе тапҡыр ойошторолдо. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының яңы бүлексәһе — Канада башҡорттары ҡоролтайы унда тәүгә ҡатнашты.
Байрамға рустар, башҡорттар, татарҙар, әрмәндәр, белорустар килде. Йыйылыусыларҙы Рәсәйҙең генераль консулы һәм урындағы парламент депутаттары сәләмләне. Һәр халыҡтың вәкилдәре үҙҙәренең художестволы үҙешмәкәрлек номеры менән сығыш яһаны. Башҡорттар Рим Хәсәновтың бөтәһенә лә билдәле «Өфө йүкәләре» йырын башҡарҙы.
«Барыһы ла юғары кимәлдә үтте. Башҡортостанда һәм Татарстанда тыуып үҫкәндәр ныҡ әүҙем ҡатнашты, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына яҡташыбыҙ Илдар Сәмерханов. — Тормош иптәшем Алла һәм Фәриҙә апайым менән башҡорт милли кейемендә килдек. Уларҙы беҙҙең филиалға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бүләк итте. Бының өсөн ҡоролтай рәйесе Данир Ғәйнуллинға ҙур рәхмәт. Июнь аҙағында Өфөләге Башҡорт ҡоролтайына беҙҙән дә делегат бара».
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика