Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
89.38
+0.27
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
7 Июнь 2019, 13:37

«Башҡортостан» дәүләт концерт залында — яңы етәксе

ӨФӨ, 2019 йыл, 7 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. «Башҡортостан» дәүләт концерт залын Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Вилдан Яруллин етәкләй. Республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова «Башҡортостан» дәүләт концерт залы коллективын яңы директор менән таныштырҙы.
Мәҙәниәт министрлығы сайтында хәбәр ителеүенсә, Вилдан Яруллин министрлыҡ ойошторған республиканың төп концерт майҙансығы етәксеһе вазифаһына конкурста ҡатнашты. Конкурс йомғаҡтарына ярашлы, комиссия Вилдан Яруллинды еңеүсе тип билдәләне. Ведомство етәксеһе уның тәғәйенләнеүе тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Һуңғы йылдарҙа «Башҡортостан» дәүләт концерт залына Алмаз Сәйетов етәкселек итте.
Вилдан Яруллин 1968 йылдың 17 апрелендә Учалы районының Мулдаҡай ауылында тыуған. «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы», «Башҡортостандың халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исемдәре бар. З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған. «Каруанһарай» студияһының художество етәксеһе һәм солисы.
Читайте нас: