10:02 (UTC+5), 06 Июня 2019

Республикала Рәсәй Президенты грантына ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсы ойошторола

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 6 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 19-20 июндә Башҡортостанда «Әй ауазы» төбәк-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсы ойошторола. Сара Рәсәй Президенты грантына уҙғарыла. Ул башҡорт халыҡ уйын ҡоралдарында уйнау традицияларын һаҡлауға, тергеҙеүгә һәм артабан үҫтереүгә, һәләтле башҡарыусыларҙы асыҡлауға йүнәлтелгән.
Конкурс Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына бағышланған. Ижади бәйге, ғәҙәттәгесә, Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында була.
Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡатнашыуға өзләүселәр, ҡумыҙсылар, шулай уҡ ҡумыҙсылар ансамблдәре саҡырыла. Конкурс ике турҙа, ике йәш категорияһында бара: 16 йәшкәсә һәм 16 йәштән өлкән.
Конкурс барышында жюри ағзалары — күренекле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, сәнғәт оҫталары ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл ойошторола. Төбәк-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсының иң оҫта башҡарыусылары, шулай уҡ сара ҡунаҡтары менән тантаналы концерт көтөлә.
Төбәк-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсы — Башҡортостанда ғына түгел, унан ситтә лә әһәмиәтле сараларҙың береһе. Төрлө йылдарҙа конкурс Саха (Яҡут), Татарстан, Хакасия республикаларынан, Пермь, Һамар һәм Свердловск өлкәләренән башҡарыусыларҙы йыйҙы.
Ойоштороусылар – Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Мәсетле районы хакимиәте.
Ғаризалар 10 июнгә тиклем ҡабул ителә. Адресы: 452550, Мәсетле районы, Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Ленин урамы, 19, район мәҙәниәт йорто, e-mail: mechkultura@mail.ru, Худякова Лариса, тел. (34770) 2-10-94; 450103, Өфө ҡалаһы, Зәйнәб Биишева урамы, 17/2, Республика халыҡ ижады үҙәге, e-mail: gukrcnt@mail.ru, Йыһангирова Элита, тел./факс 8 (347) 289-65-50.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика