Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
87.8
-0.1
9+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Июнь 2019, 13:00

Башҡортостандың бәләкәй ҡалаларында һәм район үҙәктәрендә йыл һайын ике кинозал асыла

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2019 йыл, 6 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә Башҡортостандың бәләкәй ҡалаларында һәм район үҙәктәрендә йыл һайын ике кинозал асыу күҙаллана. «Беҙ йыл һайын Кино фондына кинозалдарҙы йыһазландырыуға ғариза яҙабыҙ. Республика бының өсөн бина бирә, кәрәк икән, унда ремонт эшләй. Милли проект буйынса экран, трансляция һәм тауыш ҡорамалдары өсөн аҡса бүленә, йыл һайын ике кинозал алырға уйлайбыҙ», — тип һөйләне ТАСС агентлығына мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.
Проект 500 меңгә тиклем кеше йәшәгән тораҡ пункттарҙа тормошҡа ашырыла. Был кинозалдарҙа Башҡортостанда йәшәүселәрҙең фильмдың премьераһын ҙур ҡалаларҙа күрһәтелгән көндә үк ҡарау мөмкинлеге була. Кино прокаты менән шөғөлләнергә теләгән эшҡыуарҙарға ла субсидия бирелә. Министр һүҙҙәренсә, милли проект буйынса һәр кинозалға 5 миллион һум бүленә.
Бөгөнгә Башҡортостан райондарында 20-нән ашыу заманса кинозал бар. Төбәк ошо күрһәткес буйынса илдә тәүге бишәү иҫәбендә.
Читайте нас: