06:01 (UTC+5), 31 Мая 2019

Өфөлә төрки телле театрҙарҙың VII «Туғанлыҡ» халыҡ-ара фестивале еңеүселәрҙе иғлан итте

Мирон Доровских
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 31 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә төрки телле театрҙарҙың VII «Туғанлыҡ» халыҡ-ара фестивале тамамланды. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры сәхнәһендә еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы уҙҙы.
Төп бүләк Башҡортостанда ҡалды. Иң яҡшы спектакль тип Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе Башҡорт драма театрының Мостай Кәримдең повесы буйынса ҡуйған «Өс таған»ы танылды (режиссер Антон Федоров). Еңеүселәргә призды Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова тапшырҙы.
«Өс таған» «Иң яҡшы сәхнә биҙәлеше» бүләгенә лә лайыҡ булды (Антон Федоров һәм Лилиә Сөләймәнова).
Фестиваль президенты Рифҡәт Исрафиловтың призы Александр Топанов исемендәге Хакас милли драма театрының «Ҡарт һәм диңгеҙ» спектаклендә Ҡарт ролен башҡарған Виктор Коковҡа бирелде.
«Иң яҡшы режиссура» призын Татарстан Республикаһы Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар академия театрының «Тормошмо был?..» спектакле (Ғаяз Исхаҡи) өсөн Айҙар Заббаров яуланы.
Был спектакль «Иң яҡшы ир-егет роле» номинацияһында ла билдәләнде, уны Хәлим роле өсөн Искәндәр Хәйруллин алды.
«СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкова исемендәге иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» призы Башҡорт драма театры актрисаһы «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектаклендә Зөләйха роле өсөн Илгизә Ғилмановаға тапшырылды (Гүзәл Яхина, инсценировка авторы — Ярослава Пулинович, режиссер Айрат Абушахманов).
Ошо уҡ спектаклдә «Икенсе пландағы иң яҡшы ир-егет роле» билдәләнде — уны Зиновий Кузнец роле өсөн Артур Ҡунаҡбаев алды.
«Икенсе пландағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» призы менән Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе Башҡорт драма театрының «Өс таған» спектаклендә Өләсәй роле өсөн актриса Ниса Бакирова бүләкләнде (Мостай Кәрим, режиссер Антон Федоров).
«Иң яҡшы музыкаль спектакль» — Тыва Республикаһының Виктор Кок-оол исемендәге Милли музыкаль-драма театрының «Чадаган» спектакле.
Башҡортостандың халыҡ артисы Тәнзилә Хисамова «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектаклендә Убырлы ҡарсыҡ роле өсөн Башҡортостан Республикаһы Театр эшмәкәрҙәре союзының махсус призы менән бүләкләнде.
Министр Әминә Шафиҡова Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының махсус приздарын Ҡырым татарҙары дәүләт академия музыкаль-драма театрына һәм Хәсән Акарҙың BOSTANCI ART продюсер компанияһына тапшырҙы (Төркиә).
Киләһе «Туғанлыҡ» фестивален 2021 йылда, фестиваль ойошторолоуҙың 30 йыллығына арнап уҙғарыу күҙаллана.
1 из 12
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика