08:47 (UTC+5), 28 Мая 2019

Башҡорт филармонияһы 80 йыллыҡ юбилейын билдәләне

Башҡортостандың мәҙәни донъяһы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 28 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы ойошторолоуының 80 йыллығын билдәләне. Ҙур залда «Башҡорт дәүләт филармонияһы: 80 йыллыҡ роман» исемле юбилейлы гала-концерт уҙҙы. «Nostalgie – ФиларМоң. 8 кисәлә йондоҙло 80 йыл» юбилей проекты ошо тамаша менән тамамланды. Залға ветерандар, республика филармониялары директорҙары, абруйлы ҡунаҡтар һәм эстрада сәнғәтен һөйөүселәр йыйылды.
Концерттың беренсе бүлегендә филармонияның тарихи осорҙарына байҡау яһалды. Артистар иҫтәлекле даталарҙы, күренекле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре — Федор Шаляпинды, Ғәзиз Әлмөхәмәтовты, Фәйзи Ғәскәровты, Заһир Исмәғилевты, Хөсәйен Әхмәтовты, Мәғәфүр Хисмәтуллинды һәм башҡаларҙы иҫкә алды. Ә ҡайһы бер артистар, мәҫәлән, Лилиә Ишемйәрова — Фәриҙә Ҡудашева, ә Азамат Тимеров Илфаҡ Смаков образында сыҡты. Икенсе бүлектә тамашасылар музыка донъяһына сумды.
Байрамда Башҡорт дәүләт филармонияһының бөтә ижади коллективы – тынлы оркестр, ҡурайсылар ансамбле, легендар коллективтар — Таһир Сәйфуллин исемендәге дәүләт академия хор капеллаһы, «Орлан» джаз төркөмө, «Карауанһарай», «Далан», «Йәдкәр» төркөмдәре, «Карауан», «Арғымаҡ», камера оркестры, «Фиеста» вокаль ансамбле, Башҡорт дәүләт филармонияһының Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Олег Ҡасимов етәкселегендәге Эстрада-джаз оркестры, Линар Дәүләтбаев етәкселегендәге Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры, музыкаль-әҙәби лекторий артистары, Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле ҡатнашты.
Юбилярҙарҙы Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы исеменән Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ҡотланы.
«Беҙҙең филармония хаҡлы рәүештә Башҡортостандың төп мәҙәни үҙәктәренең береһе булып тора. Коллектив Рәсәй һәм халыҡ-ара сәхнәлә республика сәнғәтен лайыҡлы күрһәтә. Артистарҙың, музыканттарҙың һәм бейеүселәрҙең хәҙерге быуыны өлкән коллегаларының иң яҡшы ижади традицияларын һаҡлай һәм үҫтерә. Шул рәүешле филармония тамашасыларының һөйөүен һәм тоғролоғон яулауын дауам итә. Коллективығыҙға беҙҙе йөкмәткеле концерт программаһы менән шатландырыуҙы, республика ҡалаларына һәм ауылдарына сағыу гастролдәр менән сығыуҙы дауам итеүен теләйем. Һеҙгә яңы үрҙәр, илһам һәм ижади уңыштар!», — тиелә республика етәксеһенең ҡотлауында.
Юбилейлы миҙгелдең йомғаҡлау концерты тамашасыларға бай театрлаштырылған тамаша бүләк итте. Концерт сценарийының авторы — лектор, музыка белгесе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Виктория Симонова, кисәнең режиссеры — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика