10:00 (UTC+5), 27 Мая 2019

Башҡортостан делегацияһы Мәскәүҙә «Рамаҙан сатыры» проектында ҡатнаша

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 27 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 29 майҙа Мәскәүҙә йыл һайын ойошторолған «Рамаҙан сатыры» мәҙәни-хәйриә проекты сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы кисәһе була. Сараға Башҡортостанда тыуып үҫкән билдәле сәйәсмәндәр, Дәүләт Думаһы депутаттары, Федерация Советы ағзалары, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, танылған ғалимдар йәки яҙмышы, эшмәкәрлеге беҙҙең республика менән бәйле булғандар саҡырыла.
Тамашасыларҙы Башҡортостандың сәнғәт эшмәкәрҙәре әҙерләгән бай мәҙәни программа һәм байрам ифтар мәжлесе көтә. Концерт программаһында «Йатаған» этно-төркөмө ҡатнаша. Киске сәғәт 7-се яртыла башлана.
«Рамаҙан сатыры» — илебеҙҙең баш ҡалаһында Мәскәү Хөкүмәте булышлығында Рәсәй Мөфтөйҙәр советы һәм Мәскәү мосолмандарының Диниә назараты ойошторған мәҙәни-хәйриә проекты. 14 йыл эсендә ул мосолман донъяһының милли күп төрлөлөгө, уның бай мәҙәниәте символына һәм милләт-ара, конфессия-ара аралашыу үҙәгенә әүерелде. Рамаҙан айында Рәсәй төбәктәренең, Урта Азия республикаларының мосолман руханиҙары үҙ кисәһен уҙғара.
«Быйыл хәйриә кисәләре графигында Башҡортостан өсөн урынды республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың туранан-тура ҡатнашлығында ғына табыу мөмкин булды. Был республика властарының граждандарҙың үҫеше һәм сәскә атыуы өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләүен тағы бер тапҡыр раҫлай. Башҡортостан мосолмандары өммәһе өсөн «Рамаҙан сатыры» хәйриә проектында ҡатнашыу халҡыбыҙҙың ҡунаҡсыллығын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, күркәмлеген һәм рухи ҡеүәтен күрһәтеү мөмкинлеге булып тора», — тип белдерҙеләр Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының матбуғат хеҙмәтендә.
Ойоштороусылар — Башҡортостандың Мәскәүҙәге Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге, Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты. Сара Мәскәү ҡалаһы, Минск урамы, 2Б адресы буйынса үткәрелә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика