11:07 (UTC+5), 24 Мая 2019

Башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосын тикшереүселәр Өфөгә йыйылды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 24 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бөгөн Өфөлә, республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа, «Башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосы һәм донъя халыҡтарының рухи мираҫы» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы үҙ эшен башланы. Көндөҙгө сәғәт 2-нән М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт университетында конференцияның алты секция ултырышы асылды, тип хәбәр итте Мәғариф министрлығының матбуғат секретары Лина Сарбаева.
«Башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосы һәм донъя халыҡтарының рухи мираҫы» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы 2020 йылғы VI Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек сиктәрендә уҙғарыла. Ул донъя халыҡтарының мираҫын тикшереү, рухи һәм мәҙәни ҡиммәттәрен популярлаштырыу өсөн фольклорсыларҙың, әҙәбиәтселәрҙең, телселәрҙең, тарихсыларҙың, философтарҙың, уҡытыусыларҙың көсөн берләштереүгә йүнәлтелгән.
Конференцияла Башҡортостандан, Татарстандан, Тыва, Хакасия, Саха Республикаһынан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән, шулай уҡ Ҡаҙағстандан, Ҡырғыҙстандан, Төркиәнән, Төркмәнстандан һәм Үзбәкстандан ауыҙ-тел ижады өлкәһендәге билдәле ғилми эшмәкәрҙәр, Рәсәй Дәүләт Думаһы һәм Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары, илдең сәйәси эшмәкәрҙәре ҡатнаша.
Форум барышында яҡут телендә донъя күргән «Урал батыр» эпосы менән таныштырыу сараһы була.
Конференция танылған фольклорсы, филология фәндәре докторы, профессор, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, 400-ҙән ашыу ғилми хеҙмәттәр авторы, 18 томлыҡ «Башҡорт халыҡ ижады» йыйылмаһы авторҙарының береһе Әхмәт Сөләймәнов иҫтәлегенә хөрмәт күрһәтә. Әхмәт Сөләймәнов бөтә ғүмерен башҡорт халҡының рухи мираҫын өйрәнеүгә бағышлаған. М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында күренекле ғалимдың исемен йөрөткән Евразия халыҡтары этнографияһы һәм фольклоры лабораторияһы эшләй.
Башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосы донъя халыҡтарының әҙәби ҡомартҡылары араһында лайыҡлы урын биләй һәм «Ҡорҡот Ата», «Алпамыш», «Манас», «Олонхо», «Калевала», «Джангар» кеүек бөйөк әҫәрҙәр менән бер рәттә тора.
Форумды ойоштороусылар – Рәсәйҙең ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһы, Башҡортостандың Мәғариф министрлығы, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тел һәм әҙәбиәт институты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика