09:56 (UTC+5), 23 Мая 2019

Халыҡ-ара төрки журналында ике Башҡортостан яҙыусыһының хикәйәләре баҫылған

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 23 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Ҡәрҙәш ҡәләмдәр» халыҡ-ара төрки журналында ике Башҡортостан яҙыусыһының хикәйәләре баҫылған. Гөлнара Тәүлийәрова тәржемәһендә Лариса Абдуллинаның «Мәтрүшкәле сәй» хикәйәһе һәм Азамат Юлдашбаевтың «Хыялланып ҡарағайны бәндә» әҫәре донъя күргән.
«Мәтрүшкәле сәй» хикәйәһе яҙмыш ҡушыуы буйынса илебеҙҙең төньяғында йәшәгән башҡорт тураһында бәйән итә. Әҫәр башҡорт һәм рус телдәрендә республика баҫмаларында баҫылып сыҡты һәм «Юлдаш» радиоһында яңғыраны.
«Төрки донъяһы авторҙары менән күптән хеҙмәттәшлек итәм. Ҡаҙаҡ шағиры Ғалым Жайлыбайҙың, үзбәк шағиры Насретдин Мөхәмәҙиевтың шиғырҙарын, ҡырғыҙ яҙыусыһы Сыңғыҙ Айытматовтың, нуғай яҙыусыһы Иса Капаевтың һәм башҡа замандаштарыбыҙҙың хикәйәләрен башҡортсаға тәржемәләнем», — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Лариса Абдуллина.
Был һанда шулай уҡ Азербайжан, Төркиә, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Молдова яҙыусыларының әҫәрҙәре, Рәсәй авторҙарынан шағир Рәсүл Ғамзатовтың шиғырҙары баҫылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика