10:24 (UTC+5), 23 Май 2019

Башҡортостан мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары тәғәйенләнде

ӨФӨ, 2019 йыл, 23 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Наталья Лапшина Башҡортостан мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Ул тармаҡты программалы үҫтереү, мәғлүмәт һәм йыйылма-аналитик эш, этномәҙәни үҫеште һәм төбәк-ара хеҙмәтттәшлекте үҫтереү, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә кадрҙар һәм хоҡуҡи эш мәсьәләләре өсөн яуаплы, тип хәбәр итә ведомствоның матбуғат хеҙмәте.
Белешмә. Наталья Лапшина 1974 йылдың 20 июлендә Силәбе өлкәһендә тыуған. М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1994 йылда Күмертау ҡалаһының 10-сы урта мәктәбендә директорҙың кластан тыш һәм мәктәптән тыш эш буйынса урынбаҫары булып башлай.
1998-2005 йылдарҙа — Күмертау ҡалаһының 1-се Белем биреү үҙәгендә директорҙың кластан тыш һәм мәктәптән тыш эш буйынса урынбаҫары.
2005-2010 йылдарҙа — Өфө дәүләт авиация техник университеты Күмертау филиалы директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары.
2010-2019 йылдарҙа — Күмертау ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе, хакимиәт башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары, хакимиәт башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары.
Беренсе класлы муниципаль кәңәшсе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика