12:36 (UTC+5), 17 Мая 2019

Радий Хәбиров ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә дәүләт ярҙамы вәғәҙәләне

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 17 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн дәүләт ярҙамы программаһы тураһында уйларға вәғәҙә бирҙе. Ауылда мәҙәниәт өлкәһендә кадрҙар мәсьәләһе хаҡында һорауҙы Башҡортостандың халыҡ артисы, «Кесе Ватан мәҙәниәте» проектының Йәмәғәт советы рәйесе Александр Кузьменко бирҙе.
Яңы дәүләт стандарттары индерелгәс, күп кенә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре уларға тап килмәҫ, ә белемле йәштәр ауылға ҡайтырға ашҡынып тормай, тип билдәләне ул. Һаулыҡ һаҡлауҙа ла, мәғарифта ла ауыл белгестәренә булышлыҡ итеүсе программалар бар. Ауыл мәҙәниәте лә дәүләт ярҙамына мохтаж, тип билдәләне Кузьменко.
«Ысынлап та, бик мөһим теманы күтәрҙегеҙ, — тип яуапланы Радий Хәбиров. — Райондар буйлап йыш йөрөйөм, мәҙәниәт йорттарына ла инеп сығам. Биналар иҫке, емерек хәлдә, ләкин улар шундай матур итеп биҙәлгән, унда тормош гөрләп торғаны һиҙелә. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә ярҙам күрһәтеү мәсьәләһе тураһында уйларға вәғәҙә бирәм».
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика