11:00 (UTC+5), 17 Май 2019

Башҡортостанда ауыл халҡы өсөн 10 күп функциялы автоклуб һатып алына

«Берҙәм Рәсәй»ҙең матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 17 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда ауыл халҡы өсөн 10 күсмә күп функциялы мәҙәни үҙәктәр (автоклубтар) һатып алына. Был хаҡта Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, «Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты кураторы Эльвира Айытҡолова белдерҙе. 2020 йылда – Тәтешле, Ҡариҙел, Баймаҡ, Белорет, Нуриман, 2021 йылда Салауат, Бишбүләк, Йылайыр, Көйөргәҙе, Әбйәлил райондары автоклубтар һатып алыр тип күҙаллана. 10 автоклуб һатып алғандан һуң республика халҡын мәҙәни хеҙмәттәргә ылыҡтырыу 8,8% арта.
«Башҡортостанда 2 меңдән ашыу стационар мәҙәни-ял учреждениелары эшләй. Улар республика халҡын мәҙәни хеҙмәттәр менән 53% ғына тәьмин итә. Республиканың 54 районындағы 2500-ҙән ашыу тораҡ пунктта стационар мәҙәни-ял учреждениелары юҡ. Стационар клубтар булмаған ауылдарҙа йәшәүселәр өсөн тап күсмә клубтар мәҙәни тормош үҙәге булып тора», — тине Эльвира Айытҡолова.
Эльвира Айытҡолова «Кесе Ватан мәҙәниәте» проектын тормошҡа ашырыу тураһында «Берҙәм Рәсәй» партияһының беренсел һәм урындағы бүлексәләре секретарҙарының Башҡортостан Башлығы вазифаһына алдан тауыш биреү кандидаттары менән осрашыуҙа һөйләне.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика