04:22 (UTC+5), 14 Мая 2019

Өфөлә Айгөл Әхмәтшинаның Рәсәйҙәге тәүге концерты аншлаг менән үтте

Георгий Шишкин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 14 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Айгөл Әхмәтшинаның Рәсәйҙәге тәүге концерты аншлаг менән үтте. Донъя опера сәхнәләрендә уңышлы сығыш яһаған «Ковент-Гарден» театрының (Лондон) 22 йәшлек солисы Башҡортостандың симфоник оркестры оҙатыуында тыуған Өфө ҡалаһында йырланы. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры залы шығырым тулы ине.
Ике бүлектәге программа рус һәм сит ил композиторҙары Чайковский, Доницетти, Россини, Сен-Санс, Бизеның популяр опера арияларынан торҙо. Тамашасылар йырсыны оҙаҡ ебәрмәне, өс тапҡыр бисҡа саҡырып сығарҙы. Айгөл Кармен арияһын, шулай уҡ башҡорт халыҡ йыры «Һандуғас»ты башҡарҙы.
Абруйлы ҡунаҡ Флоранс Хворостовская концертҡа килә алманы һәм видеомөрәжәғәт менән сығыш яһаны. Дмитрий Хворостовский исемендәге Хәйриә фонды грантын меценат Татьяна Пеганова опера сәнғәтен үҫтергән өсөн Айгөлдөң педагогы — Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы Наилә Ғабдулхай ҡыҙы Йосоповаға тапшырҙы.
Залда Өфөнөң бөтә мәҙәни йәмәғәтселеге, шкл иҫәптән профессор Миләүшә Ғәли ҡыҙы Мортазина бар ине. Йырсының тыуған Миәкә районынан яҡташтары — туғандары, дуҫтары, класташтары килгәйне. Әсәһенә һәм өләсәһенә йырсы исеменән рауза гөләммәләре бүләк иттеләр.
«Айгөл йырлағанда бик тулҡынланам, үҙем сәхнәлә торған кеүекмен. Ғорурланабыҙ, ләкин һаман да беҙҙең ҡыҙыбыҙ йырлағанына ышанып етмәйбеҙ. Айгөл бала саҡтан халҡыбыҙҙың «Таштуғай», «Сыңрау торна», «Рамай» йырҙарын йырлай торғайны, — тине «Башинформ» агентлығы журналисына йырсының әсәһе Лизиә Миңлерахман ҡыҙы. — Айгөл — изге күңелле, ярҙамсыл, шуғалыр ҙа, бәлки, уның эргәһендә тик изге күңелле кешеләр».
Айгөл Әхмәтшина Өфө тамашасыларына рәхмәт әйтте һәм проектты хуплауҙары өсөн республика Хөкүмәтенә һәм Мәҙәниәт министрлығына, Милли симфоник оркестрға, Опера һәм балет театрына, әхирәттәре Флоранс Хворостовскаяға һәм Татьяна Пегановаға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Йырсы һүҙҙәренсә, уның концертынан килгән гонорар үҙе уҡыған Өфө сәнғәт училищеһына музыка ҡоралдары һатып алыу өсөн күсерелә. Концертта инвалид балалар ҙа бар ине, һуңынан Айгөл янына килгән һәр береһе менән иҫтәлеккә фотоға төштө.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика