05:27 (UTC+5), 13 Май 2019

Өфөлә Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл Телеүҙәк янында, Зәки Вәлиди урамында ҡуйыла

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 13 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл Зәки Вәлиди урамында, Телеүҙәк алдындағы майҙанда ҡуйыла. Был хаҡта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин хәбәр итте.
«Башҡорт халҡының бөйөк улы Шәйехзада Бабич һәйкәле урынын билдәләү буйынса комиссия эшендә ҡатнаштыҡ. Оҙаҡ эҙләгәндән һуң Телеүҙәк алдын һайланыҡ, — тип һөйләне Данир Ғәйнуллин. — Беренсенән, бөйөк Салауат батыр һәйкәленән йыраҡ түгел, икенсенән, көрәштәше Зәки Вәлиди урамында өфөләрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын мөһәбәт булып ҡаршы алып торасаҡ».
Һәйкәлде июндә V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы көндәрендә асыу күҙаллана. Бынан алда республиканың Мәҙәниәт министрлығы һәйкәлдең иң яҡшы проектына конкурс иғлан иткәйне. Унда танылған скульптор, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Андрей Ковальчук еңеүсе тип танылды.
Шәйехзада Бабич һәм күренекле шәхестәрҙең исемдәрен «Башҡортостан Республикаһы дәүләтселегенең барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше: 100 шәхес» проекты сиктәрендә мәңгеләштерергә тәҡдим ителде.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика