15:50 (UTC+5), 13 Мая 2019

Ҡаҙағстанда башҡорт яҙыусыһы Айгиз Баймөхәмәтовтың китабы донъя күрҙе

ӨФӨ, 2019 йыл, 13 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Ҡаҙағстанда башҡорт яҙыусыһы Айгиз Баймөхәмәтовтың китабы донъя күрҙе. «Ертегісіз өткен балалық» («Әкиәтһеҙ бала саҡ») исемле китап «Самга» нәшриәтендә 2000 данала баҫылып сыҡты.
Әҫәрҙе ҡаҙаҡ теленә шағир, Ҡаҙағстандың «Серпер» йәштәр премияһы лауреаты, «Молдер булак» журналының баш мөхәррире Саят Камшыгер тәржемә иткән. Был – башҡорт яҙыусыһының Ҡаҙағстанда донъя күргән өсөнсө китабы.
«Айгиздең «Тастамашы, ана!» тигән тәүге китабы шунда уҡ популярлыҡ яуланы, уҡыусыларҙың үтенесе буйынса ике тапҡыр яңынан нәшер ителде, — тине шағир Саят Камшыгер. — Мине тәржемә авторы булараҡ осрашыуҙарға йыш саҡырҙылар. Һәр ерҙә лә ҡасан тәржемәһе була тип һорай торғайнылар. Шуға икенсе әҫәрҙе лә тәржемә иттем. Айгиз Баймөхәмәтов — Ҡаҙағстанда һәр ваҡыт көтөп алынған ҡунаҡ. Китап уҡыусылар ҙа, яҙыусыларыбыҙ ҙа уның ижадын хөрмәт итә. Беҙҙә уның тағы әллә күпме китаптары баҫылыр әле тип уйлайым».
«Тастамашы, ана!» («Ҡалдырма, әсәй!») китабы Ҡаҙағстанда бестселлер тип танылды. Күкшетау ҡалаһында яңы Йәштәр театры Айгиз Баймөхәмәтовтың повесы буйынса спектакль менән асылды.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика