Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.44
-0.65
99.58
-0.95
87.39
+0.28
23+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Май 2019, 14:00

Өфөлә IV «Көмөш Аҡбуҙат» халыҡ-ара кинофестиваленә ғаризалар ҡабул ителә

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2019 йыл, 8 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 24-27 августа Өфөлә IV «Көмөш Аҡбуҙат» халыҡ-ара кинофестивале ойошторола. Фестивалдә ҡатнашыу өсөн ғариза тултырырға һәм фильмды 2019 йылдың 15 июненән дә һуңға ҡалмайынса тапшырырға тейеш. Ғариза формаһы һәм ҡатнашыу шарттары кинофестивалдең рәсми сайтында баҫылған.
Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, фестиваль үҙенең форматын киңәйтә. Ул яңы йүнәлеш ала. Кинофестивалдең конкурс программаһында ике номинация буйынса фильмдар күрһәтеү ҡаралған: социаль һәм мотивация киноһы, милли һәм этник кино.
Конкурстан тыш программа сиктәрендә һуңғы йылдарҙа төшөрөлгән башҡорт уйын һәм анимация ҡыҫҡа метражлы фильмдар, Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең уйын һәм документаль фильмдары, башҡорт киноһына нигеҙ һалған Әмир Абдразаҡовтың фильмдары күрһәтелә.
Шулай уҡ түңәрәк өҫтәл, кино сәнғәтенең күренекле эшмәкәрҙәре менән ижади осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре, мәҙәни-күңел асыу программалары, кино ҡорамалдары күргәҙмәһе ойоштороу күҙаллана.
Кинофестивалде ойоштороусылар — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Мәҙәниәт министрлығы, Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы, Өфө хакимиәте.
Читайте нас: