Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.99
0
98.78
0
83.96
+0.69
9+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Май 2019, 10:46

Өфөлә «Евразия йөрәге» опен-эйр фестивален ябыу сараһында Алһыу һәм Валерий Меладзе сығыш яһай

Башҡорт дәүләт филармонияһының матбуғат хеҙмәте
Башҡорт дәүләт филармонияһының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2019 йыл, 8 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. IV «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале 12 июндән 15-енә тиклем Өфө амфитеатрында, «Торатау» конгресс-холы янында ойошторола.
Фестивалдең тәүге көнө бик эстәлекле. 12 июндә «Евразия йөрәге» сараның иң сағыу өлөшө – Милли кейем парады менән асыла. Уҙған йылдарҙағы кеүек үк, парадта ҡатнашыусылар Башҡортостанда йәшәгән төрлө халыҡтарҙың костюмдарын күрһәтә. Уларға сит ил вәкилдәре – Ҡытай, Һиндостан, Вьетнам, Нигерия студенттары ла ҡушыла. Быйыл республикала йәшәгән 300-ҙән ашыу халыҡтың ҡатнашыуы көтөлә. Милли кейем байрамы Дуҫлыҡ әйлән-бәйләне менән тамамлана, һуңынан улар Башҡортостан символы – ҡурайҙың ете тажы рәүешендә теҙелеп баҫа.
Артабан эстафетаны Надежда Бабкинаның «Рәсәй йырҙары» фестиваль-марафоны дауам итә, унда республикабыҙ исеменән «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле һәм «Zainetdin» этно-шоу проекты ҡатнаша. Беренсе көн Өфө тамашасыһы яратып өлгөргән «Этнотөн» менән тамамлана, донъяның төрлө илдәренән билдәле этно-коллективтар сығыш яһай. Моңлолоҡ, импровизация өсөн «Iriao» грузин этно-джаз бэнды яуап бирә. Башҡортостандан фестивалдә халыҡ-ара, бөтә Рәсәй, республика конкурстары һәм фестивалдәре лауреаты, Мексикала Бөтә донъя фольклориадаһында булып ҡайтҡан «Арғымаҡ» төркөмө һәм «Uzoritsa» рус фольклор проекты ҡатнаша.
«Этнотөн» хедлайнеры – легендар Эмир Кустурица етәкселегендәге The No Smoking Orchestra төркөмө.
«Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестиваленең икенсе көнө симфоник музыкаға арналған. 13 июндә Өфө амфитеатрында Башҡортостандың Милли һәм Йәштәр симфоник оркестрҙары сығыш яһай. Сәхнәгә Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов, Михайловский, Мария, Ҙур театрҙар, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солистары сыға.
Был көндә «Евразия йөрәге»нең Беренсе балы ла ойошторола. Уның нисек һәм ниндәй формала булырын ойоштороусылар әлегә сер итеп тота.
14 июндә Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына бағышланған «Алға, Башҡортостан!» исемле концерт була. Башҡортостандың сәнғәт оҫталары һәм алдынғы коллективтары, шулай уҡ Рәсәйҙә һәм донъяла танылыу яулаған яҡташтарыбыҙ сығыш яһай. Улар араһында — Сергей Приказчиков етәкселегендәге «Пицца» коллективы, «Zaman» төркөмө (Мәскәү).
Өфөләрҙең һәм баш ҡала ҡунаҡтарының Линар Дәүләтбаев етәкселегендәге Башҡортостандың Халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестрының Роберт Юлдашев һәм уның «Ҡурайсы» командаһы, «Бүреләр» төркөмө, Rena RNT менән берлектәге сығышын ҡарау мөмкинлеге бар.
15 июндәге Гала-концерт та сағыу булырға вәғәҙәләй. «Евразия йөрәге» тамашасылары алдында Рәсәй Федерацияһы милли гвардияһы ғәскәрҙәренең Өлгөлө оркестры сығыш яһай. Гала-концертта яҡташтарыбыҙ Асҡар Абдразаҡов һәм Мәликә Разакова, Рәсәй артистары Олег Кухта, Владимир Маркин, Мари Карнэ, шулай уҡ «Арғымаҡ» һәм «Премьер» төркөмдәре сығыш яһарға тейеш. Был көндөң хедлайнерҙары – Рәсәй эстрадаһы йондоҙҙары Алһыу һәм Валерий Меладзе. Дүрт көнлөк фестиваль йәйғор төҫөндәге фейерверк менән тамамлана.
«Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивален ойоштороусы – Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы. Генераль мәғлүмәт партнеры – Башҡортостан юлдаш телеканалы.
Читайте нас: