11:00 (UTC+5), 07 Май 2019

Өфө төрки телле театрҙарҙың VI «Туғанлыҡ» халыҡ-ара фестивален ҡабул итә

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2019 йыл, 7 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфөлә төрки телле театрҙарҙың VI «Туғанлыҡ» халыҡ-ара фестивален үткәреү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, республика ойоштороу комитеты составы, шулай уҡ ҙур театр форумына әҙерлек һәм уны уҙғарыу планы раҫланды.
Бынан алда агентлыҡ хәбәр иткәнсә, 23-30 майҙа республиканың баш ҡалаһына Башҡортостандан, Татарстандан, Азербайжандан, Ҡаҙағстандан, Ҡырғыҙстандан, Тыванан, Ҡырымдан, Хакасиянан, Төркиәнән, Үзбәкстандан, Алтайҙан һәм Ғағаузиянан төп театр коллективтары йыйыла. Аҙна буйына Өфө сәхнәләрендә 13 спектакль күрһәтелә.
Башҡортостан М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының «Зөләйха күҙҙәрен аса» һәм Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең «Өс таған» спектаклдәрен тәҡдим итә.
Фестиваль барышында «Мәҙәниәттәр диалогы һәм төрки телле театр» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үткәреү, уның материалдары буйынса мәҡәләләр йыйынтығын сығарыу күҙаллана.
28 майҙа Ҡырмыҫҡалы районының Тауһеңер ауылы янында Театр йыйыны (Һабантуй) ойошторола. Йола буйынса, фестивалдә ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы Башҡортостан халыҡтарының милли ризыҡтары, төрлө ярыштар: тоҡ менән йүгереү, көршәк ватыу, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү, ат сабышы, ҡатыҡтан тәңкә эҙләү, арҡан тартышыу, уҡтан атыу, интеллектуаль конкурс көтә. Һабантуйҙың төп тамашаһы – көрәш. Еңеүсегә һарыҡ бирелә. Сәғәт 11-ҙә башлана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика