Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.09
-0.23
100.53
+0.25
87.13
+0.02
23+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
7 Май 2019, 17:27

Башҡортостанда «Еңеү салюты» республика халыҡ ижады фестивале башлана

ӨФӨ, 2019 йыл, 7 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда «Еңеү салюты» республика халыҡ ижады фестивале башлана. Ул 2019 йылдың майынан 2020 йылдың майына тиклем дауам итә һәм республиканың барлыҡ муниципаль берәмектәрен үҙ эсенә ала. Сара 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған «Еңеү салюты» Бөтә Рәсәй халыҡ ижады фестивале барышында уҙғарыла.
Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, беренсе этап муниципаль райондарҙа һәм ҡала округтарында отчет концерттары, театрлаштырылған тамашалар, тематик кисәләр, халыҡ байрамдары формаһында үткәрелә. Тәүге этапта еңеүселәр үҙ районы йәки ҡалаһы исеменән зона кимәлендә сығыш яһай һәм комиссия тәҡдиме менән «Еңеү салюты» Бөтә Рәсәй халыҡ ижады фестивалендә ҡатнаша.
Икенсе этап зоналар буйынса билдәләнгән графикка ярашлы 2019 йылдың октябренән 2020 йылдың мартына тиклем бара. Республиканың бөтә муниципаль берәмектәре тематик театрлаштырылған-концерт программаһы менән сығыш яһай.
«Еңеү салюты» республика халыҡ ижады фестиваленең өсөнсө этабы 2020 йылдың апрелендә Өфөлә йомғаҡлау сараһы итеп ойошторола. Унда зона конкурсының икенсе этабында еңеүселәр ҡатнаша.
Фестивалде ойоштороусылар — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәре.
Белешмәләр өсөн телефон: 8(347) 289-65-50.
Читайте нас: