07:38 (UTC+5), 07 Мая 2019

9 майҙа тәүлек буйына Мостай Кәримдең шиғырҙарын һөйләйҙәр

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 7 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөләр Бөтә Рәсәй флешмобын башлай. 9 майҙа Еңеү көнө хөрмәтенә акцияла ҡатнашыусылар тәүлек буйына Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең шиғри әҫәрҙәрен уҡый.
Флешмобта һәр кем ҡатнаша ала. 9 майҙа Facebook социаль селтәрендә Өфөнөң «Оперение/ХАХАЧУ» ижади үҫеш студияһы төркөмөндә Мостай Кәримдең һуғыш тураһында шиғырын һөйләп яҙҙырылған видео ҡалдырырға мөмкин.
Ойоштороусылар булып Өфөнөң Константин Хабенский нигеҙ һалған «Оперение/ХАХАЧУ» ижади үҫеш студияһы сығыш яһай.
«Республиканың һәм Мәскәүҙең билдәле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре яратҡан шағирыбыҙ Мостай Кәримдең шиғырҙарын уҡый. Ошо йылдарҙың ауырлығын үҙ иңендә татыған кешенең һуғышҡа арнап яҙылған шиғырҙарын һөйләй. Беҙ баһаларға, репостарға, лайктарға, ниәтебеҙҙе хуплауҙарына өмөтләнәбеҙ, сөнки быны оноторға ярамай», — ти студия етәксеһе Гүзәл Абушахманова.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика