12:43 (UTC+5), 29 Апреля 2019

Ҡырғыҙстанда башҡорт яҙыусыһы Айгиз Баймөхәмәтов китаптың исем туйына меңдәрсә кеше йыйҙы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 29 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 24-27 апрелдә Ҡырғыҙстанда башҡорт яҙыусыһы, Ш.Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтов менән осрашыуҙар үтте. Яҙыусының «Дилазык» нәшриәт йорто ҡырғыҙ һәм рус телдәрендә баҫтырып сығарған «Ҡалдырма, әсәй!» китабының исем туйы Кожомгул исемендәге Спорт һарайының 3000-дән ашыу кеше һыйҙырышлы залында ойошторолдо. Сарала республиканың күренекле яҙыусылары, журналистары, дин вәкилдәре ҡатнашты.
Тәүгеләрҙән булып авторҙы «Дилазык» нәшриәт директоры Алмамбет Осмонуулу ҡотланы. Әҙәбиәттең сиге юҡ һәм ошондай әҫәрҙәр кешеләрҙе яҡынайта ғына, тип билдәләне ул. Айгиз Баймөхәмәтов үҙенең бөтә китаптарын («Әкиәтһеҙ бала саҡ», «Урам балалары», «Алдаҡсы» повестарын) ҡырғыҙ телендә нәшер итеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
«Һеҙҙең ҡырғыҙ телендә баҫылған китабығыҙҙы уҡыусылар ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә яратып өлгөрҙө. Шуға күрә барлыҡ әҫәрҙәрегеҙҙе үҙебеҙҙә сығарырға теләйбеҙ», — тине нәшерсе.
Ҡаҙағстандан сараға «Кокжиек» нәшриәте директоры Ҡанат Ибраһимов килгәйне. Ул Алматыла баҫылған китаптарҙың һорау менән файҙаланыуын һәм тиҙҙән Айгиз Баймөхәмәтовтың икенсе китабы донъя күрәсәген хәбәр итте.
Сара барышында китап уҡыу буйынса республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы уҙҙы.
«Ҡырғыҙҙарҙың мине йылы ҡабул итеүе бик оҡшаны. Спорт һарайында шунсама кеше алдында тәүге тапҡыр сығыш яһаным. Һуңынан оҙаҡ ҡына автограф тараттым, хатта арып киттем, — тине Айгиз Баймөхәмәтов. — Һәр кем китап өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә теләне. Ҡырғыҙстанда мин бик күп бүләктәр алдым, уларҙың бер өлөшөн шунда ҡалдырып китергә тура килде».
Яҙыусы Бишкәк ҡалаһының лицей-интернатында ла китап уҡыусылар менән осрашты. Артабанғы ике көндә быйыл Төрки донъяһының мәҙәни баш ҡалаһы тип иғлан ителгән Ош ҡалаһында осрашыуҙар үткәрҙе. «Жетиген» лицейы һәм Ош дәүләт университеты студенттары, уҡытыусылары менән осрашыу йылы мөхиттә уҙҙы.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика