05:31 (UTC+5), 29 Апреля 2019

«Һылыуҡай-2019» матурлыҡ конкурсында иң сибәр башҡорт ҡыҙының исеме аталды

Мирон Доровских
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 29 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә XXVII «Һылыуҡай-2019» республика гүзәллек конкурсында иң сибәр башҡорт ҡыҙының исеме аталды. Ул — Әлшәй районынан 19 йәшлек Ләйлә Шәкүрова, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында 2-се курста уҡый.
Еңеүсе сит илдә тел стажировкаһына сертификат менән бүләкләнде, илде һәм телде үҙе һайлай. Ләйлә әйтеүенсә, был француз теле булыр, моғайын. «Һылыуҡай» республика конкурсында ошондай төп приз тәүгә тапшырыла.
Республиканың төп һылыуҡайы тажы өсөн Башҡортостандың төрлө мөйөштәренән һәм Мәскәүҙән 12 ҡыҙ көс һынашты. «Башҡортостан» дәүләт концерт залындағы финалда һылыуҡайҙар матурлығын, аҡыл ҡеүәһен һәм башҡорт телен белеүен күрһәтте.
Беренсе урынды Диана Шөғәйепова алды (Салауат районы).
Икенсе урынды Зөлфиә Байбулатова (Баймаҡ районы) һәм Наилә Йәнбирҙина (Әлшәй районы) яуланы.
Өсөнсө урынды Зилиә Агишева (Мәскәү), Сәлимә Солтанғолова (Федоровка районы) һәм Гөлфиә Ҡудашева (Йылайыр районы) бүлеште.
Башҡортостан Республикаһының Рәсәйҙәге Тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең махсус бүләктәре Зилиә Агишеваға (Мәскәү) һәм Алһыу Хасаева (Сибай) тапшырылды.
Интернет һылыуҡайы — Наилә Йәнбирҙина (Әлшәй районы), Инста һылыуҡайы — Зөлфиә Байбулатова (Баймаҡ районы).
Тамашасылар һөйөүе призы — Элина Мөхәмәтовала (Нефтекама ҡалаһы).
Ил һәләтлеһе — Гүзәл Мырҙабаева (Ейәнсура районы).
Иң зифа буйлыһы — Миләүшә Баязитова (Учалы районы).
Иң матур тауыш өсөн бүләкте Алина Ғәзизова алды (Салауат ҡалаһы).
Мисс Стиль — Алһыу Хасаева (Сибай).
Милләт байлығы һылыуҡайы — Зилиә Агишева (Мәскәү) һәм Ләйлә Шәкүрова (Әлшәй районы).
Жюри рәйесе — Башҡортостандың Туризмды үҫтереү үҙәге рәйесе Артур Иҙелбаев; жюри составында шулай уҡ популяр йырсы, топ-модель Анжелика Якусева, «Сәләм» тапшырыуының (Башҡортостан юлдаш телеканалы) баш мөхәррире Наил Юнысов, «Һылыуҡай – 2018» Гран-прийы эйәһе Әлфинә Кашапова; бағыусы предприятиелар вәкилдәре эшләне.
Конкурсты ойоштороусылар булып Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, «Башҡортостан» ТРК ДУП-һы, «Һомай» театр-дефилеһы сығыш яһаны.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика