Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
24+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Апрель 2019, 10:04

Республика Башлығы ҡарамағында Мәҙәниәт буйынса совет булдырыла

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2019 йыл, 26 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан Башлығы ҡарамағында Мәҙәниәт буйынса совет булдырыла. Республика Башлығының мәҙәниәт һәм сәнғәт мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Асҡар Абдразаҡов «Россия-24» телеканалына биргән интервьюһында ошо турала белдерҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәйҙең опера йырсыһы, яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ артисы бер ай элек ошо вазифаға тәғәйенләнде.
Асҡар Абдразаҡов һүҙҙәренсә, танылған башҡарыусыларҙан, драма театры актерҙарынан, рәссамдарҙан, музыканттарҙан, китапханасыларҙан, музей һәм сәнғәттең башҡа өлкәләре вәкилдәренән торған Мәҙәниәт буйынса совет ойошторорға кәрәк.
«Сәнғәттең барлыҡ өлкәләрен йәлеп итеү зарур. Был бик мөһим!» — тине Асҡар Абдразаҡов. — Совет алдына беҙҙең нимә теләүебеҙҙе, республикабыҙҙың ниндәй икәнлеген, ниндәй яҡтарҙың беҙҙең талаптарға яуап биреүен аңлау бурысы ҡуйыла».
Асҡар Абдразаҡов Өфөлә Р. Нуриев исемендәге Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале барышында Халыҡ-ара балет артистары конкурсын үткәреү идеяһы менән дә уртаҡлашты.
Читайте нас: