10:23 (UTC+5), 26 Апрель 2019

Өфөлә «Тамыр» телеканалы «101 әкиәт» аудиоальбомының исем туйын үткәрҙе

«Тамыр»телеканалы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 26 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы туған телдә аралашыу мөхитен киңәйтеүен дауам итә. Ошо көндәрҙә республика балаларының яратҡан телеканалы йәш тамашасылар һәм уларҙың ата-әсәләрен «101 әкиәт» тигән яңы аудиоальбомдың исем туйына йыйҙы. Барыһы ла «Тамыр» байрамдарының иң яҡшы традицияларында ойошторолдо: йыр-бейеү, күңелле уйындар, тәмле ризыҡтар, ҙур ҡурсаҡтар һәм башҡорт халыҡ әкиәттәрендәге ҡыҙыҡлы фразалар менән фотоға төшөү.
«Беҙ социаль селтәрҙә «Тамыр»ҙың саралары тураһында һәр мәғлүмәтте күҙәтеп барабыҙ һәм бер байрамдан да ситтә ҡалмайбыҙ, — ти дүрт бала әсәһе Зөлфиә Солтанморатова. — «Тамыр» тап балалар өсөн эшләй — кескәйҙәр бында үҙҙәрен хужа итеп тоя, рәхәтләнеп таныша, аралаша, уйындарҙа ҡатнаша. Ә «Тамыр» рәссамдары үҙ ҡулдары менән эшләгән Урал һәм Һомай исемле ҙур ҡурсаҡтар байрамдың биҙәгенә әүерелде. Балаларыбыҙға рухи тәрбиә биреүҙә баһалап бөткөһөҙ ярҙамың өсөн рәхмәт һиңә, «Тамыр».
Яңы аудиоальбом ике дисктан тора: «Халыҡ әкиәттәре» һәм «Автор әкиәттәре». Әкиәттәрҙе халыҡ артистары Илһөйәр Ғәзетдинова, Әхәт Мортазин, Рәмилә Сәлимгәрәева, Рим Зыязетдинов, Нәғим Нурғәлин, Фирҙәт Ғәлиев, шулай уҡ телеканалдың алып барыусылары, режиссерҙары, республиканың билдәле кешеләр уҡыған. Альбомды сығарыуға мөхәррир Зөлфиә Даянова, тауыш режиссеры Азат Рәхимов, рәссам Айгөл Бикбаева әҙерләгән. Проекттың исем туйы программаһын телеканал мөхәррире Гөлфиә Раянова төҙөгән.
«Беҙ, өлкәндәр, балаларыбыҙға бик аҙ иғтибар һәм ваҡыт бүлеүебеҙҙе аңлайбыҙ. «Тамыр» телеканалы проекттары ошо етешһеҙлектәрҙе кәметә, кескәйҙәрҙе тәрбиәләүҙә ярҙам итә, тигән һүҙҙәрҙе ишетеү бик ҡыуаныслы, — ти телеканал директоры Гөлназ Ҡолһарина. — Балаларҙың аңын формалаштырыуҙа әкиәттең әһәмиәте күптән билдәле. Әхлаҡи сифаттар тәрбиәләүҙән тыш, әкиәт кескәйҙәрҙең телмәрен, күҙаллауын, хәтерен үҫтереүҙә мөһим роль уйнай. Шуға күрә ата-әсәләрҙе балаларына туған телдә әкиәт һөйләргә саҡырам! Әгәр бөтөнләй ваҡытығыҙ юҡ икән, беҙҙең аудиоальбомдарҙы тыңлатығыҙ».
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика