12:20 (UTC+5), 26 Апреля 2019

Өфөлә Әмир Абдразаҡовтың Хәтер көндәре уҙғарыла

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 26 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 29-30 апрелдә Өфөлә Башҡортостандың күренекле мәҙәниәт хеҙмәткәре, актер, сценарист, режиссер, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Әмир Абдразаҡовтың тыуыуына 85 йыл тулыуға бағышланған саралар уҙғарыла.
29 апрелдә «Родина» кинотеатрында уның «Халҡым һағышы», «Туй», «Кәләш килә» фильмдары күрһәтелә. Хәтер кисәһенең программаһында:
• Әмир Абдразаҡовтың фильмдарын күрһәтеү,
• фотокүргәҙмә,
• сәнғәт, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре һәм танылған Абдразаҡовтар ғаиләһе вәкилдәре менән аралашыу.
Инеү ирекле, көндөҙгө сәғәт 4-тә башлана.
30 апрелдә Башҡорт опера һәм балет театрында Әмир Абдразаҡовтың тыуыуына 85 йыл тулыуға арналған «Һоҡландым мин был донъяға» исемле концерт була. Концертта Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, «Грэмми» премияһы лауреаты Илдар Абдразаҡов, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Иҙрис Ғәзиев, Башҡортостандың халыҡ артисы Әлфиә Юлсурина, республика конкурстары лауреаты Рәфис Ишбаев, шулай уҡ республиканың төп ижади коллективтары: «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле, Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле һәм башҡалар ҡатнаша.
Киске сәғәт 7-лә башлана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика